Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Апрель 2023, 22:30

Бер туған ҡустым хәрби операцияла

Беҙ уларға ярҙам итергә тейеш, ти Иҫке Күрҙемдән Финиә Сәхибгәрәева.

Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла

Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында “Ирекмән” ойошмаһы эшләп килә. Уның етәксеһе ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Финиә Сәхибгәрәева.

Ул Добро.ру сайтында теркәлеү үткәндән һуң эш башлай. Үҙенең эшенә студенттарҙы йәлеп итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү кеүек эштәр башҡарыла. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы менән йыйылып маскировка өсөн селтәр үргәндәр. Был эштә йәш ирекмәндәр һәм “Бәйләм һәм ҡул эше яратыусылар клубы” ағзалары әүҙем ҡатнашҡан.

“Ирекмәнлек эше менән үткән йылдың көҙ айынан ғына шөгөлләнә башланым. Сөнки бер туған ҡустым махсус хәрби операцияға китте, мобилизацияға эләкте. Шуға ла мин нисектер ярҙам итергә булдым. Ауылда ата-әсәләренә төрлө эштәрҙә ярҙам итәм. Ҡышын ҡар көрәнек. Гуманитар ярҙам йыйып оҙатыуҙы ойошторам”, – тип мәғлүмәт менән бүлеште “Ирекмән” ойошмаһы етәксеһе Финиә Сәхибгәрәева.

Ф. Сәхибгәрәева фотолары.

Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Бер туған ҡустым хәрби операцияла
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: