Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Апрель 2023, 18:00

Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән

Ҡыҙ атаһының ҡайтырын белмәй, шуға күрә уның класҡа килеп инеүе көтөлмәгән хәл була.

Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән
Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхәифәһендә бик матур яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.

"Киров районының 126-сы мәктәбендә осрашыу үткәрелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әле ялда булған яугир ҡыҙы уҡыған класта Батырлыҡ дәресе үткәрергә килгән.Ҡыҙ атаһының ҡайтырын белмәй, шуға күрә уның килеүе ҙур сюрприз була.

Уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән йәнле әңгәмәләшеүҙән илһамланып, бик күп һорауҙар бирҙе. Осрашыу Ватанды һаҡлаусы менән ныҡлы ҡул ҡыҫышыу менән тамамланды", -тип яҙған.

Фото: Илвир Нурдәүләтовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән
Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән
Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән
Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән
Автор: Карима Усманова
Читайте нас