Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Апрель 2023, 11:00

Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән

Үҙенең сәләмендә Софья уның иҫән-һау ҡайтыуын теләй.

Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән
Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән

Иглин районында мәктәптә көтөлмәгән шатлыҡлы осрашыу булған. Махсус хәрби операцияһы зонаһынан ҡайтҡан яугир Леонид Д. хат яҙған уҡыусы менән осраша. Яугир Софья яҙған хатты алғы һыҙыҡта ала һәм бер нисә ай буйы бетеү кеүек итеп ҡәҙерләп һаҡлай.

Хат уҙған йылдың аҙағында, мәктәптә барған «Һалдатҡа хат» акцияһы барышында яҙылған. Ул саҡта күп кенә уҡыусылар яугирҙәргә иң изге теләктәрен еткереп, хат яҙа, улар араһында  VII "В" класы уҡыусыһы Софья Чукавина ла була. Уның хатының һүҙҙәре Леонидҡа шул тиклем тәьҫир иткән, шунлыҡтан хат яҙыусының хәлен белешергә була.

Үҙенең хатында ҡыҙ яугиргә иҫән-һау ҡайтыуын теләй. Яугир Софьяны мәктәп ҡарамағындағы көндөҙгө лагерҙа осрата, ул унда вожатый булып тәрбиәсегә ярҙам итә. Хат яҙған ҡыҙ яугирҙең уға бүләк тотоп килеүенә ғәжәпләнә һәм хайран ҡала.

Күңелдән сығып яҙылған хаттар яугирҙәр өсөн шул тиклем мөһим һәм ҡәҙерле. Иң мөһиме – был хаттар уларға йәшәү көсө һәм рухи ныҡлыҡ бирә, күңелдәрен йылыта һәм өмөтләндерә.

Һәр яҙылған хат яугирҙәргә барып етһен, һәм улар хат яҙыусылары менән тыныс шарттарҙа осрашһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фото: "Бәйләнеш"тәге сәхифәнән.

Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән
Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән
Яугир хат яҙған ҡыҙға рәхмәт белдергән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: