

– Ул юлға сыҡҡандан башлап, 15 сентябрҙә юлға сыҡты ул, сәғәт дүрттә, әней, ҡуҙғалабыҙ, тине. Шул ваҡытта уяндым, шунан балам өйгә ҡайтып еткәнсе өс тәүлек йоҡламаным. 18-ендә ҡайтып инде өйгә. Барҙалағы иптәштәре ҡаршы алған, юҡ, егеттәр, мин тәүҙә әнкәү янына ҡайтам, тигән. Улар янында ҡалмай, тәүҙә әнейемде ҡосаҡлайым әле, тип ҙур рауза гөлләмәһе тотоп өйгә килеп инде. Әнкәй, мин иҫән ҡайттым, тиеп ҡосаҡлап алды, – тағы ла түгелеп китеп илап ебәрҙе әсә. Миңә лә ныҡ ҡыйын, көскә түҙеп ултырам, аптырап иламаҫҡа тырышып тамаҡ ҡырам, унда төйөр иремәй ней. Уйнап йөрөгән ейәнсәре шым ғына килде лә ике ҡулы менән өләсәһенең йөҙөн тотоп алды. Иламайым, ҡыҙым, иламайым тигән була өләсәй. Тынлыҡ.
– Бергә уҡыған синыфташтары, дуҫтары ҡаршы алды. Улар ҙа килде. Гел янда ултырған булды, “әнкәү” тип һөйөп тә ала. Иптәштәре тышҡа тартырға саҡырһа ла, әнкәү янында ултырайым әле, тине.
Нишләптер әсәһен янынан ебәргеһе килмәй шулай һалдаттың. Яу ҡырынан ҡайтҡан ир тормош ҡиммәттәре, әсә, бала, ғүмер ҡәҙере хаҡында күп уйланғандыр, күрәһең. Ун, йөҙ тапҡыр үлем менән осрашҡан егет күңел торошоноң да, уй-аң ҡоролошоноң да хәҙер инде башҡасараҡ икәнен аңлағандыр. Кеше ауырлыҡтарҙы күберәк күргән, үлем менән йәшәү сигендә хәүеф-юғалтыуҙы йышыраҡ тойған һайын, уның йәшәргә ынтылышы көсәйә, башҡаларҙың ни тиклем ҡәҙерле икәне аңлашыла бара. “Үҙең өсөн түгел, кешеләр өсөн йәшәргә кәрәк” һәм “Йылдар буйы быҫҡып йәшәгәнсе, бер көн дөрләп яныуың артыҡ” – ҡасандыр өлкәндәрҙең, остаздарҙың еткергән кәңәштәрен, эй, белгән булып китап теле менән аҡыл һаталар ҙа инде, тип ҡабул ителгән һүҙҙәрен, үҙ елкәңдә ауырлыҡтарҙы татый башлағас, алтынға бәрәбәр аҡыл икәнен аңлайһыңдыр.
Улының һағышлы күҙҙәренә бағып: “Башҡаса китмәйһең”, – ти әсәһе. Тын торғандан һуң Фәнис:
– Әнкәү, ауыр булмаһа, кейемдәрҙе йыуып ҡына ҡуйырһың инде, йәме, – ти.
Фәнистең тетрәндергес бер видеоһы бар. Фәнис ҡулын һуҙып үҙен төшөрә. Бының янынан ғына пулялар оса, ҡайһы берҙәре доңҡ-доңҡ килеп тә тейә. Уны ҡараһам, үҙем әле лә тертләп китәм. Тып-тыныс Фәнис, иҫән-һау ҡайтһам, кире килмәм ахыры, тип ултыра. Күҙендә ниндәйҙер яҡтылыҡ менән бергә уйынсаҡ, иркә ҡараш та бар, ипләп кенә ҡараһаң, шул көләкәс ҡараш төбөндә бер оло мәғәнә ятҡаны сағыла. Әллә дошманға, һуғышҡа ләғнәтле мыҫҡыллы ҡарашмы.
– Үҙе лә икеләнгәндер ул? – тип һорайым.
– Юҡтыр, оҙаҡламай тағы юлға, тағы яуға, әнкәү, тине. Был юлы йәшермәне. Бер туған Рәмиә апайымдың улы Айрас срочник булып армияға китте, мин уны ҡайтартам, унда барып әрәм булмаһын, тип әйтте. Уның өсөн бик борсолдо инде ул, – абруйы ныҡ булғандыр, күрәһең, егеттең. Бындай һүҙҙе һәр кем дә әйтә алмайҙыр.
Ун көн була Фәнис. 28 сентябрь мобилизацияға эләгеп, элекке “Барс 17” батальонына юллана. Шул оҙатыу мәлендә Илгизгә биргән интервьюһында, яҡташтар менән китәм, яртыһы бергә уйнап үҫкән егеттәр, ти, йылмайып. Шунда хәтерҙә ҡалырҙай ике көслө фекер әйтә ул. Беренсеһе – күңелеңдә ыңғай ғына тойғолар бар икән, хәрби рух та була. Яуҙа йөрөйөм, тигән ауыр уйҙар иңде баҫырға тейеш түгел. Ләкин шул уҡ ваҡытта онотолорға ла ярамай, алдың-артыңды ҡарап йөрөргә кәрәк. Һәм, иң мөһиме, бына нимә ти: эргәңдә мотлаҡ ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш.
Икенсе фекере. Илгиздең, үҙеңде һаҡла, һин бик кәрәкһең, тигәненә ул былай тип яуаплай:
– Төрлө хәл була.Ҡайһы саҡта реально ятырға тура килә. Ҡайһы саҡта заданиеға китәһең, йә ҡайтаһың, йә юҡ, һин шуны беләһең – мотлаҡ эшләргә кәрәк, иди и делай. Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға!
Бына нимә ул һуғыш. Ваҡлыҡтар юҡҡа сыға! Алдыңда – командир ҡуйған бурыс, ил... Бик үҙгәреп ҡайта Фәнис.
Әсә һағышы мәңгелек, уға улы ғәзиз.
– Күргән кеүек тә булманым. Яңы йылға ҡайтам, туй алдынан өйгә ремонт яһайым, тине... Яңы йылда туйы булды инде, хушлашыу туйы. Ошо туйына әҙерләнгән булғандыр. Күңелем һаман да ышанмай, тәҙрәләргә ҡарап көтәм. Йүгерә-атлай ҡайтып килер кеүек.. Телефоным шылтыраһа, улымдыр тип үреләм дә... – күҙ йәштәре туҡтамай аға. – Әнекәү, ни хәлдә, тигән һүҙен генә көтәм. Яуға инер алдынан, әнкәү, теләктәреңде теләп тор, бәлки, иҫән ҡайтырмын, тине. Бәлки, тигәне мине һағайтты. Яу ҡырында ниҙәр генә булыуҙан бигерәк, уның артынан һунар барыуын да аңлағандыр ул. Дошмандар өсөн ажар юлбарыҫ ине шул Фәнис.
Үҙемде тыныс тоторға тырышып һорайым:
– Был хәбәрҙе ишеткәс... дөрөҫ түгел тип...
– 16 декабрҙә миңә бер кем дә шылтыратманы. Килен, ейәнсәремдең әсәһе инде, әней, һин ултыраһыңмы, баҫып тораһыңмы, баҫып торһаң ултыр әле, тине. Мин ниңәлер “Бәйләнештә”ге битенә ике көн инмәй торғайным. Иптәш ҡыҙымда инем. Унан һуң килен хәбәр ебәрҙе. Шул һүҙҙе уҡыным да, нишләгәнемде белмәйем. Йығылып киттең, телефондарың барып төштө, ти әхирәтем һуңынан. Дарыуҙар эсереп, аңға килтергәндәр.
Социаль селтәрҙәрҙә Фәнистең үлеме хаҡында 16 декабрҙә үк хәбәрҙәр таралды. Дошман яғындағыларҙың эше ине был.
– Башта дөрөҫ түгелдер тип, туғандарға шылтыраттым. Дөрөҫ түгел, ышанма, тинеләр. Район хакимиәтендәге Әлфиә Ураловнаға шылтыраттым. Ул да, ышанма, тине.
Ундай батыр, бар халыҡтың күҙ ҡараһы кеүек шәп егет хаҡында төрлө фейктар ҙа булыуы бик мөмкин ине шул. Шуға ҡапыл ышанып та булманы. “Жаренный” мәғлүмәт иҫәбенә кеше ҡайғылары менән мәрхәмәтһеҙ уйнаусылар ҙа әҙ түгел. Мин дә ышанманым, үҙҙәренә иғтибар алыр өсөн, Фәнис үлеме менән шаяралар, тип уйланым.
– Көн дә шылтыратыу көттөм улымдан. Үҙенән тауыш-хәбәр булманы, үҙем шылтыратам – “недоступен”.
Мин һаҡ ҡына телефонын ҡулына алып өмөт менән изге хәбәр көтөп шылтыратҡан әсәне күҙ алдына килтерәм дә йөрәгем өҙөлә. Алдан, хәбәр килмәй торһа, борсолма, элекке кеүек яуға телефондар менән инмәйбеҙ, яйлап бәйләнешкә сыға алмай торған саҡтарыбыҙ ҙа булыр, тип аңғарта Фәнис әсәһенә. Шуға өмөтө һүнмәй әсәнең. Әле лә һүнмәгән...
– Мине ай буйы иҫәңгерәттеләр инде, бер көн “тере” тиҙәр, бер көн “үле” тиҙәр, бер көн “тере” тиҙәр, бер көн “үле” тиҙәр... – Был һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай, нисек түҙә әсә йөрәге. – Балам ҡайтҡансы (“алып ҡайтҡансы” тимәй) военкоматҡа барып та һөйләшеп ҡараным, ышанмағыҙ, Фәриҙә апа, башта беҙгә хәбәр килә, тинеләр.
Яңы йыл алдынан 11 тула тигәндә Фәриҙә Мәғдән ҡыҙына, тынысландырырға теләпме, Яңы йылда моңайып, илап ултырмаһын, тигәндәрме инде, улығыҙ госпиталдә, һөйләшә алмай, һеҙгә сәләм әйтте, тип шылтыратып хәбәр еткерәләр. Дуҫтарының үҙҙәренсә бүләге булдымы инде был, улар бит, моғайын, ысын хәлде белгәндер, рәсми мәғлүмәт көткән булғандарҙыр.
– Шуға бик ҡаты һөйөндөм. Ҡанатым булһа янына осор инем. Бигерәк тә һөйөндөм. Туғандарыма, дуҫтарына шылтыраттым һөйөнөп. Улым иҫән! Әйттеләр, тинем. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта Фәнис иҫән булмай инде, мәңгелеккә табан юл алыуына ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп киткән була. – Улығыҙ һәләк булды, тип 2 ғинуарҙа шылтыраттылар. Беҙҙең күҙ алдында снайпер алды, тинеләр. Ялынып-ялынып әйттем, үле булғас, ниңә мине йөҙәтәһегеҙ, ниңә кәүҙәһен алып ҡайтмайһығыҙ, ышанмайым, тинем...
Тәнде ҡурырлыҡ тынлыҡ урынлашты. Әсә тауыш-тынһыҙ күҙ йәштәренә ирек бирә. Шул ваҡыт ишек асылды ла өлкән йәштәге апай килеп инде. “Нимә булды ул? Саҡыралар, ут ҡапҡан кеүек”, – тип һөйләнеп өйгә үтте. Юл ыңғайы сабыйҙы һөйөп алды.
– Һин кәрәк, Мөнирә апай, күршем, – тип Фәриҙә апай күҙҙәрен һөртә. – Ултырып тор, Өфөнән килгәндәр, Фәнис тураһында яҙалар. – Үҙе миңә ҡарап һүҙен дауам итте. – Үҙем барырға әҙерләнеп тә бөттөм. Улымды үҙем табам, ут эсенән булһа ла, тип ярһығайным да. Фәриҙә Мәғдәновна, тынысланығыҙ, яңылышлыҡ та булыуы ихтимал, бәлки, ул түгелдер, рәсми хәбәр килмәне бит әле, тип хакимиәт башлығы Фәнүр Рәфисович Шәйхисламов туҡтатты. Ғөмүмән, уларға – башлыҡҡа ла, Әлфиә Урал ҡыҙына ла бик рәхмәтлемен, был көндәрҙә янымдан китмәнеләр, Барҙаға хәтлем килеп еттеләр. Дуҫы Айҙар 15 ғинуарҙа Екатеринбургка улымды алырға китте. Иртәгәһенә, беҙ ҡайтып киләбеҙ, сәғәт туғыҙҙа Өфөләге мәйетханаға килә алаһығыҙмы, тип әйтте. Улымды күрҙем, ул да кеүек, түгел дә... Әле лә ҡайтып керер кеүек, тәҙрәнән күҙемде алмай көтәм.
Тыныслана алмай илаған әсәгә күршеһе: “Сабыр ит, Фәриҙә-әү, сабыр”, – тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы. Шау-гөр килеп әзмәүерҙәй ир килеп инде. Күрештек. Хәлил ағай булып сыҡты. Уның менән телефон аша таныш инек. Ул, һеҙгә ҡамасауламайым, тип Мөнирә апайҙар яғына уҙҙы.
Бер аҙ күңеллерәк темаға төшкөм килеп: “Улығыҙҙың батырлыҡтары хаҡында ҡасан ишеткәйнегеҙ?” – тигән булдым. “Беренсе барыуында булған ул хәлдәр. Видеола күреп кенә әҙерәк аңғарҙым инде. Улым ҡайтҡас, ни ҡыйратып йөрөйһөң унда, тип өндәшкәйнем, ул, әней, мине герой итергә тырышалар ҙаһа, булды инде шундай хәлдәр, тип йылмайҙы. Кешеләр ныҡ ҡыҙыҡһына, башҡалар иғтибар бирә башлағас, әнкәү, минең менән бер саҡ ғорурланырһың әле, тип ҡуйҙы. Үҙе бик шат булды, шундай ҡурҡыу белмәҫ ул үҫтергәнмен, тип мин дә ҡыуандым. Әти-әниҙәргә ҙур рәхмәт инде. Фотоларына ҡарап, ғорурланып йәшәргә генә ҡалды бына”.
– Ошо Фәнистең йортомо? Шуны ташлама, тип һоранымы?
– Эйе, сөнки был – беҙҙең төп йортобоҙ. Олатаһы уға бүләк итте. Бер ҙә үлер кеше кеүек һөйләшмәне.
- Мөнир ҠУНАФИН