Геройҙар дәүере
7 Апреля 2023, 02:00

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Гуманитар конвойҙы район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов үҙе оҙатып китте

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

 

Махсус хәрби операция территорияһына Нуриман районынан сираттағы гуманитар ярҙам юлланды. Йөктө нуриманлылар ҙа йыйырға ярҙам иткән. Гуманитар конвойҙы район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов үҙе оҙатып китте.

Был юлы хакимиәт башлығы Вилдан Ситдиҡов гуманитар конвой составында халыҡта «Буханка» булараҡ билдәле ике УАЗ автомобилен алып китте.

- Был автомобилдәр махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ышанысын яуланы. Улар яҡшы үтеп йөрөүсәнлек, һыйҙырышлылыҡ һәм хеҙмәтләндереүҙә талапсан түгел, - ти В.Ситдиков. - Шуға хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә талап ителгән позицияларҙың береһе булып тора.

УАЗдар бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һәм райондың битараф булмаған халҡының аҡсаһына һатып алынған. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарҙар кәрәкле әйберҙәр алырға ярҙам иткән.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, махсус операцияла ҡатнашҡан Нуриман районы хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам ике йүнәлештә күрһәтеләсәк.

Яҡташ яугирҙәргә туғандарынан һәм яҡындарынан 40-тан ашыу шәхси посылка, тепловизорҙар, спутник интернеты комплекты, генераторҙар, бензобысҡылар, көрәктәр, ҡаҙаҡтар, полиэтилен, сапер, фольгалы юрғандар, ҡотҡарыу (альпинист) карабиндары, шулай уҡ “Ҡыҙыл Тау” алкоголһеҙ эсемлектәр заводының шешәләге эсәр һыуы, “Өмөт” ирекмәндәр үҙәге әҙерләгән окоп шәмдәре, өй лапшаһы, милли ризыҡтар һәм, әлбиттә, Баш-Шиҙе ауылынан Фәнис Саяповтың умарталығынан башҡорт балы тапшырыласаҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бының менән генә ярҙам тамамланмай. Район халҡы сираттағы гуманитар ярҙамды ебәргәндән һуң, киләһе гуманитар йөк әҙерләй башлаған.

Сығанаҡ: vk.com/reportergorka

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас