Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Апрель 2023, 21:10

"Хәрби комиссариаттар - көрәштәштәребеҙ"

Республика Башлығы Р.Хәбиров Башҡортостан хәрби комиссариатының 105 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.

"Хәрби комиссариаттар - көрәштәштәребеҙ"
"Хәрби комиссариаттар - көрәштәштәребеҙ"

Республика Башлығы Р.Хәбиров Башҡортостан хәрби комиссариатының 105 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Ул хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

"Беҙ бергәләшеп мобилизацияның ҡатмарлы юлын үттек. Туғандарҙы, дуҫтарҙы, хәрбиҙәребеҙҙе махсус хәрби операцияға оҙаттыҡ. Әле ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршылайбыҙ. Был да - ныҡ ҙур эш. Бергәләшеп бик ауыр миссияны ла үтәйбеҙ - һәләк булған батырҙарҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Һеҙгә республиканың власть органдары менән бергә һәләк булған яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткәнегеҙ өсөн дә рәхмәт", - тине ул сығышында. Халыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған туғандарының яҙмышын асыҡлау буйынса ярҙам итеүҙәрен дә айырып билдәләне.

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич Р.Хәбировҡа дөйөм һөҙөмтәле эш һәм Рәсәй Хәрби көстәренең шәхси составын формалаштырыуҙағы булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров республика хәрби комиссариаттарының махсус хәрби операция шарттарындағы эшенең айырым статусын билдәләне. "Хәрби комиссариатҡа ҙур йөк төштө. Улар күп түгел, үҙгәртеп ойоштороуҙың төрлө этаптарын үткәндәр. Ғөмүмән, беҙҙең республика комиссариаты бар бурыстарҙы лайыҡлы үтәне, - тине ул. - Әле Башҡортостандан доброволецтар полкын төҙөү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был эштә лә хәрби комиссариат ярҙам итә. Яуҙа булған кешеләр менән дә эшләргә, ғаиләләре, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Шуға күрә комиссариатыбыҙҙың һәм уның етәкселегенең эше менән ҡәнәғәтмен. Улар - беҙҙең көрәштәштәр".

Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас