5 апрель сираттағы ярҙам оҙатылды. Район халҡы был йәһәттән бик ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ҡорот, талҡан, сәксәк, бауырһаҡ, борщ әҙерләп, ойоҡбаштар бәйләп, эске кейем тегеп, маскировка селтәре эшләһендәрме – барыһы ла егеттәребеҙ именлеге, махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуы өсөн.
Бынан тыш, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары аҡсалата ярҙам йыйыуҙы ла ойоштора. 5 апрелдә оҙатылған гуманитар ярҙам өсөн район учреждение-ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, «Йәшел береттар» ансамбле, шәхси эшҡыуарҙар, көнкүреш йорто ветерандары, Ырғыҙлы ауыл хакимиәте бергәләп йәмғеһе 243 793 һум 33 тин аҡса күсергән. Был суммаға һалдаттар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр алынған. Әлеге ваҡытта мобилизацияланғандарҙың күбеһе ялда булыу сәбәпле, йыйылған аҡсаның бер күләме киләһе ярҙамды ебәреү өсөн штабта ҡалдырылған.
Гуманитар ярҙам ойошторола башлағандан алып махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәргә райондаштар ярҙамы менән 3 тағылма мунса, «Газель», УАЗ, «Нива» автомобилдәре, буржуйка мейестәре, генераторҙар, бысҡылар, газ горелкалары, тепловизорҙар, рациялар, биноклдәр, газ баллондары, берцылар, күҙлектәр, бирсәткәләр, һыу бактары, эске кейемдәр һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡтар оҙатылған.
Һәр ваҡыт шулай берҙәм булайыҡ!
Ватан һағында беҙ бергә!
Гөлүзә Хафизова.
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.
Фото:vsegda.pomnim.com