Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
10 Апрель 2023, 14:00

"Ышаныслы, батыр егеттәр!"

Радий Хәбиров ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе һәм дин әһелдәрен бүләкләне. 

"Ышаныслы, батыр егеттәр!"
"Ышаныслы, батыр егеттәр!"

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһе матур ваҡиға менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе һәм дин әһелдәрен юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән гранатомётсы Илдар Ғилметдинов, старшина Илнур Нурғәлиев, психологик эштәр төркөмө офицеры Леонид Сайтаев, водитель Виталий Баштар, взвод командиры урынбаҫары Салауат Фәтхиев бүләкләнде.

Егеттәрҙең бөтәһе лә республика халҡына һәм етәкселеккә даими ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.

Махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең яугирҙәрҙең рухи остазына әйләнгән Хәмзә хәҙрәт менән Виктор атаҡай Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын алды.

– Бөгөн бүләкләнгән егеттәрҙең барыһын да шәхсән беләбеҙ. Ышаныслы, батыр егеттәр. Беҙгә тәүге көндәрҙән ярҙам иттеләр, үҙебеҙҙе нисек тоторға өйрәттеләр. Улар бер нимәнән дә ҡурҡмай. Беҙ барыбыҙ ҙа Тыуған илебеҙ өсөн хеҙмәт итәбеҙ, – тине Хәмзә хәҙрәт.

Виктор атаҡай ҙа уның һүҙҙәрен хупланы.

– Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, белеп торабыҙ. Беҙҙең яугирҙәр бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгән. Республика яғынан ҙур ярҙам килә, башҡа төбәк егеттәре беҙгә көнләшеп ҡарай.

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм дин әһелдәренә еңел булмаған эштәре һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Әгәр яугирҙәрҙең берәйһе уҡыусылар менән осрашырға теләк белдерһә, шундай осрашыуҙар ойоштороғоҙ, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына түҙемлектәре һәм ныҡлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға сәскәләр тапшырҙы.

Фото: "Башинформ". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас