Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә.
Бөрйән районы халҡы йыйған гуманитар ярҙам – күстәнәстәр, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарына барып еткән. Ә бына Ихсан Ҡунафинға бәхет йылмайған: ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улы менән осрашып, уны ҡосоп, бер аҙ булһа ла аралашыу бәхетенә ирешкән. Ата һәм улдың шатлығын уртаҡлашабыҙ.
Махсус хәрби операция зонаһында булған һәр бер ир-егеттәрҙең иҫән-һау, тиҙерәк тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.