Һалдат өсмөйөштәре. Улар Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йөҙәрләгән тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына оса. Мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр ҡыҫырыҡлап сығарған хат яҙыу сәнғәте яңынан тергеҙелде. 80 йыл элек булғандағы кеүек, был хаттар уҡыу дәфтәренән алынған ҡағыҙға ручка менән яҙылған. Рәхмәт һүҙҙәре һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу теләктәре унда. Был хаттарҙы яугирҙәр үҙҙәре менән йөрөтә.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле отряд яугире, Туймазынан «Сәлим» ҡушаматлы ир-егет хеҙмәт итеү осоронда яҡташтарынан тиҫтәләгән хат уҡый. Февралдә ул ҡаты яралана. Табиптар уның аяҡтарынан 64 ярсыҡ сығарған, ләкин, бәхеткә күрә, уларҙың береһе лә һөйәккә теймәгән.
Госпиталдә ул ирекмәндәрҙән посылка ала. Кейем менән бергә уға Туймазы медицина колледжы студенттарының хаттары ла тапшырыла. Айырыуса 4-се курс студенты Виктория Москвинаның хаты күңел түренә үтеп инә.
Викторияның дуҫы һәләк булған, уны юғалтыуҙы ауыр кисергән һәм һалдатты иҫән-һау көтөп аласағы тураһында яҙған, сөнки дуҫын башҡаса осрата алмаясаҡ. Яраларын дауалап бөтөргә ҡайтҡас, "Сәлим" хеҙмәттәше "Татарин" ҡушаматлы яугир менән Викторияға рәхмәт белдерергә колледжға килә. Яугирҙәргә тантаналы осрашыу ойошторалар.
"Мин Чечняны үттем, Молдавияла, Сүриәлә һәм Ливияла һуғыштым. Мин - сыныҡҡан һалдат, мине йәлләүе, йә аптыратыуы ауыр, - ти «Сәлим», йәштәр алдында сығыш яһап. - Әммә был хат башҡаларҙан айырылып тора. Был дежур мөрәжәғәт түгел ине - яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙең кисерештәрен аңлап, күңел әрнеүе менән ихлас күңелдән яҙылған хат ул. Беләһегеҙме, элекке кеүек, телефондарыбыҙ булмағанда һәм хистәребеҙҙе смайликтар менән алмаштырмағанда, ысын хаттар шулай яҙылған. Госпиталдә минең менән булғандарҙың бөтәһенә лә был хатты уҡып сыҡҡас, уны күрше палаталарҙағы яугирҙәргә һәм батальондағы хеҙмәттәштәремә тапшырҙым. Виктория үҙенең телефон номерын күрһәткән ине, мин уға рәхмәт һүҙҙәре әйттем, әммә шәхсән үҙенә лә, медицина колледжы коллективына ла гуманитар ярҙам, дарыуҙар өсөн рәхмәт әйткем килде. Барыһы ла килеп сыҡҡанға шатмын".
"Хаттарығыҙҙың беҙгә ныҡ ҡәҙерле, - тип өҫтәй «Татарин». - Беҙ, ысынлап та, үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ уларҙы. Тирә-яғыбыҙҙа барыһы ла шартлаған һәм янған иң ауыр, ҡурҡыныс мәлдәрҙә мин уларҙы алып уҡыйым, һеҙҙең хат юлдарығыҙ артабан көрәшергә көс бирә".
Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзите.