Геройҙар дәүере
13 Апрель 2023, 13:00

Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар

Һалдаттарҙы дәртләндереү өсөн ихлас күңелдән хаттар яҙылды.

Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙарАлғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар
Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар

Сарлаҡ, Йосоп һәм Арғыш ауылдары халҡы ”Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына дәррәү ҡушылды. Илшат Хөснөтдинов башланғысы һәм халыҡтың берҙәмлеге менән   районда беренсе булып  хәрби егеттәр өсөн күсмә автомунса әҙерләнде. Алғы һыҙыҡта ҡулланыу өсөн кәрәк-яраҡтар, көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар тупланды, һалдаттарҙы дәртләндереү өсөн ихлас күңелдән хаттар яҙылды.

 Бик тулҡынландырғыс булды был иҫтәлекле сара. Патриотик йырҙар яңғыраны, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәленә сәскә һалынды. Бындай ҙур ихтирамды бары тыуған илен, төйәген һөйгән, алғы һыҙыҡтағы  улдарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр генә күрһәтә ала.

Рәхмәт, дүртөйлөләр! Бергә булғанда, беҙҙе еңеп булмаясаҡ!


Автор:https://vk.com/yusupovrif

Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар
Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар
Алғы һыҙыҡтағы улдарҙы онотмайҙар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас