Бер аҙна элек кенә эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан, Стәрлебаш район үҙәгенең беренсе һәм икенсе мәктәп уҡыусылары иҫәбендә унға яҡын маскировкалы башлыҡтары бар. Балаларҙы үреү нигеҙҙәренә Стәрлебаш районы биләмәһендә ирекмәнлек проекттары инициаторы Эльвира Хәмиҙуллина өйрәтә.
Ойоштороу эшенә ике мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары теләп ҡушылған. Бынан тыш, теләгән һәр уҡыусы тәнәфес мәлендә таҫма бәйләй ала. Балалар бик тырышып ярҙам итә һәм файҙалы булырға теләй. Улар өсөн был күңел асыу ғына түгел, ә изге эш. Улар барыһы ла үҙ өлөшөн индереп, яугирҙарыбыҙға йәшенергә һәм иғтибарһыҙ ҡалырға ярҙам итеүҙәрен аңлай. Уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалып өйҙәренә зыян күрмәй ҡайтыуҙарын теләйҙәр. Уҡыусылар үреү техникаһын тиҙ үҙләштерә һәм бер команда булып эшләй: ҡайһы берҙәре таҫмаларҙы ҡырҡа, башҡалары уларҙы үреүгә әҙерләй.
Эльвира Фәрит ҡыҙы биш әҙерләнгән башлыҡтарҙы райондарынан махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан яугир аша хәрбиҙәргә биреп ебәрҙе.
Сығанаҡ: vk.com/wall-183772247_32179