Геройҙар дәүере
18 Апрель 2023, 03:00

Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар

43 500 һумды махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан район ир-егеттәренә ярҙамға күсереп ҡуйғандар.

Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандарКонцерт ҡуйып, аҡса йыйғандар
Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар

Бөрйән районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына бар яҡлап ярҙам итә. Күптән түгел “Йәшәү дәрте арта күңелемдә, йөрәгемдә моңдар яралһа!” хәйриәлек концертын ете ауыл мәҙәниәт йортонда уңышлы ҡуйып, бөтәһе 43 500 һум аҡса туплауға ирешкәндәр. Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә.

"25 мартта концертты Байназар ауылында башлап ебәргәйнек, унда 10 000 һум йыйылды. Концертта ҡатнашҡан ижадташ дуҫтар дәрт итеп күрше ауылдарға барайыҡ тигәс, Мораҙымда 5500, Мәһәҙейҙә 6000, Яуымбайҙа 3500, Яңы Монасипта 5000, Ғәлиәкбәрҙә 7000 һәм Килдеғолда 6500 һум йыйып, тулайым 43 мең 500 һум аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан район ир-егеттәренә ярҙамға күсереп ҡуйыуға өлгәштек", - ти Айрат Баязитов.

“Бөтә яҡтан яҡшы эштәргә йүнәлтеүсе әсәйемә, туғандарға: Азамат ағай, Айһылыу апай, Рәсимә еңгәй, Гөлназ һеңлемә, концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе тауыш операторы Урал Ниязғолов, үҙе талантлы йырсы Артур Нәжметдинов, Байназар ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Сәғит Алтынбаевҡа, презентация, афишалар менән ярҙам иткән Айгүзәл Ураҙаеваға, Булат Тимерғәлиевкә, йылы алҡыштар менән ҡаршы алған хөрмәтле тамашасыларға ҙур рәхмәт.

Бер концерттан да ҡалмай ҡатнашҡан “Ағиҙел тулҡындары” инструменталь ансамбле сараға дәрт, дарман өҫтәне. Улар - Дилара Иманғолова, Вәдүт Алтынбаев, Әлфир Хәсәнов, Рәмзиә һәм Фаил Үтәбаевтар, Әнүзә Ибраһимова, Әлфирә Сөләймәнова, Зәлиә Тулыбаева, оҫта ҡурайсы Ғәзим Ғәлиуллин һәм нәфис һүҙ остаһы, ансамблдең етәксеһе Нажия Ишҡыуатова.

Дәррәү коллектив йыйылды, кәрәк саҡта үҙҙәренең машиналары, үҙ юлы менән дә ихлас күңелдән барып ҡатнаштылар.

Тамашасы йылы алҡыштар менән ҡаршы алған республика бейеү конкурстары лауреты Дилбәр Хәкимованың сығышы концертҡа дәрт өҫтәне. Моңло йырсылар Таңһылыу Нурғәлина, Мәйсәрә Миңдеғолова һәм Садиҡа Вәлиева концертты сағыу йырҙар менән биҙәне.

Ауылдар буйлап турҙарҙа йөрөгән осорҙа йәм өҫтәп өр-яңы “Моңло шишмә” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле барлыҡҡа килде. Мөмкинлектәре булғанда, алыҫ араларҙы яҡын итеп,  республика конкурстары лауреаттары - баянсы, ҡурайсы, йырсы композитор Хәйҙәр Нәҙершин һәм оҫта бейеүсе Фәнис Үтәбаев ҙур теләк менән концерттарҙа ҡатнашты.

Нурзилә Исмәғилева сараның һәр бер өлөшөнә тура килтереп шиғыр, матур һүҙҙәре менән биҙәне. Фәтих Миңлеғолов үҙенең машинаһы менән музыкаль аппаратура алып барышты. Шуныһы ҡыуаныслы, сараны хуплап, район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы, мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Мөнир ҡыҙы, ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы начальнигы Руслан Рафиҡ улы һәм район етәкселәре һәр яҡтан ярҙам итте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөтә ауылда ла яҡты йөҙ, тәмле ризыҡтары менән ҡаршы алды.

Ошо концерттарҙы ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдарығыҙ өсөн һәммәгеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең һәр бер изге эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын! Оҙон ғүмер, шатлыҡ, ҡыуаныстар теләйем. Махсус операциялағы ир-егеттәр имен-һау ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар!” – ти, ҡыуанып, Айрат Роберт улы.

Афарин, бөрйәндәр! Изге айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ яҡташтарығыҙға имен-һау булырға, тиҙерәк тыуған яҡтарына ҡайтырға ярҙам итһен!

Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзитенән.

Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар
Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар
Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар
Концерт ҡуйып, аҡса йыйғандар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас