Геройҙар дәүере
19 Апрель 2023, 14:30

Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Махсус хәрби операция осоронда батырлыҡтар ҡылған егеттәребеҙ күп.

Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштереләҺәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Төбәк үҫешенә тос өлөш индергән күренекле эшмәкәрҙәрҙе хөрмәтләү һәм уларҙың хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы уҙҙы. Уны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үткәрҙе. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Максим Забелин әйтеүенсә, төп мәсьәләләрҙең береһе - махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Башҡортостан вәкилдәре тураһында хәтерҙе һаҡлау. Комиссия адресына республика муниципалитеттарында мәктәп фасадтарында һәм торлаҡ йорттарҙа яугирҙәргә мемориаль таҡтаташтар асыу тураһында 30 үтенес ҡағыҙы килгән.

Комиссия республика Ветерандар советының тәҡдимен хупланы, уға ярашлы Рәсәй Геройҙары - Өфөнән Максим Серафимов, Әбйәлилдән Тамерлан Илһамов, Яңауылдан Игорь Насибуллин, Әлшәйҙән Алмас Сафиндың исемдәре Өфөнөң Еңеү паркындағы яңы гранит стелаға яҙыласаҡ. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский был эштең 1 майға тамамланасағын билдәләне.

Комиссия ҡарары менән Рәсәйҙең билдәле ғалим-археологы Нияз Мәжитовтың да иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк. Өфөнөң Революцион урамындағы йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович, билдәле музыкант Роберт Заһретдинов, Башҡортостан радиоһының күренекле дикторы Әхәт Мортазин йәшәгән йорттарҙа ла исемле табличкалар барлыҡҡа киләсәк.

Фото: starovoryash.ru

Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Һәләк булған геройҙарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас