Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Апрель 2023, 23:00

Яугирҙәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында фильм ҡарағыҙ

Эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов алғы һыҙыҡҡа беренсегә бармай. Был юлы ул 45 минутлыҡ фильм-репортаж төшөрөп алып ҡайтты.

Яугирҙәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында фильм ҡарағыҙ
Яугирҙәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында фильм ҡарағыҙ

"Беҙҙең бер сәфәребеҙҙән фильм-репортаж. Уk яугирҙәрҙең көнкүреше, Башҡортостандан, шул иҫәптән Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан булған ир-егеттәрҙең интервьюлары, уларҙың һорау-теләктәре, ярҙам өсөн белдергән рәхмәт һүҙҙәре, яҡташтарыбыҙға ярҙам иткән ябай халыҡ һәм ирекмәндәр, шул иҫәптән Башҡортостан эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы тураһында...

Илдар Юлдыбаевҡа, Радик Бакировҡа, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзына оло эш башҡарғандары өсөн ҙур рәхмәт! Был беҙҙең һуңғы сәфәр булмаҫ, көсөбөҙҙө берләштереп, тағы ла күберәккә өлгәшербеҙ, тип ышанам", - тип яҙған Тимерғәле Ураҙғолов үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

Фото: Т. Ураҙғоловтың шәхси архивынан.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас