

Стәрлетамаҡтағы контракт хеҙмәтенә һайлау пунктына өс дуҫ мөрәжәғәт иткән. Илгиз, Александр һәм Юлай Даян Мурзин исемендәге батальонда бергә ирекмәндәр булып хеҙмәт итергә теләк белдергән һәм медкомиссия үткән. Әле өс дуҫ махсус хәрби операцияһы биләмәһенә барыу өсөн хәбәр көтә.
Ир-егеттәр бер районда үҫкән, бер-береһен оҙаҡ йылдар яҡшы белә, ғаиләләре менән аралаша. Барыһы ла күп балалы атайҙар, һәр береһенең иңендә Чечен республикаһында хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡан тәжрибәһе бар.
"Бергә хеҙмәт итеүе лә яҡшыраҡ буласаҡ, сөнки бер-беребеҙҙе беләбеҙ!"- ти Александр. "Әгәр ҙә һин ир икәнһең, ғаиләңде һәм Тыуған илеңде һаҡларға тейешһең! Беҙ еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ һәм бары тик еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!- ти дуҫы Юлай ҙа.
Өс дуҫтың, өс ысын ир-егеттең был аҙымы тик хуплауға ғына лайыҡ! Имен-һау ғаиләгеҙ янына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: "Башинформ"