

Күптән түгел Күгәрсен районының Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында “Күгәрсен хәбәрҙәре” һәм “Мораҙым” гәзиттәре призына волейбол буйынса ХV район ярыштары үтте. Быйылғы сара махсус хәрби операцияла һәләк булған Түләбәй ауылында тыуып үҫкән Айҙар Азат улы Айытҡужиндың иҫтәлегенә бағышланды.
Ярышты асыу тантанаһында Күгәрсен районы советы секретары Руслан Әхмәров, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан“ гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, батырҙың ата-әсәһе Азат Әхәт улы менән Розалия Сибәғәт ҡыҙы, туғандары Римма менән Әлфинур, шулай уҡ ауыл биләмәләре, предприятие, ойошмалар, уҡыу йорттары командалары ҡатнашты. Ярышыусылар һаны күп ине – 21 команда.
– Беҙ был ярышты Айҙар Айытҡужиндың иҫтәлегенә бағышлап үткәрәбеҙ. Уның батырлығы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн районыбыҙҙан 90-дан ашыу мобилизацияланған һәм 20-нән артыҡ доброволец яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында бурысын үтәй. Егеттәр олатайҙарыбыҙҙың эшен дауам итә. Тиҙерәк Тыуған илгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек, – тине Руслан Әхмәров, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Спорт байрамының почетлы ҡунағы Вәдүт Исхаҡов физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең, волейболды пропагандалауҙың, батыр яҡташтар иҫтәлегенә турнирҙар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.
Вәдүт Ғәйфулла улы гәзит-журналдарға яҙылыу барышындағы ярҙамдары, баҫмаларҙы популярлаштырыуға булышлыҡ күрһәткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Марат Исҡужинды, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре етәкселәре Рәмзиә Хөснуллина һәм Рәсүл Әхмәтйәновты, район гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек иткәндәре, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары өсөн Мораҡтың “Һаулыҡ” волейбол командаһы капитаны Илшат Әхтәмовты һәм “Олимп” командаһы капитаны, Тәүәкән ауылының янғын һүндереү бүлеге командиры Динислам Фәйезовты Журналистар союзының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең директоры (баш мөхәррире) Альбина Ладыженко: “Мораҡтағы 1-се мәктәптә йыйылыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә: бында Чечен һуғышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройы Юрий Семенович Климов уҡыған. Илебеҙ өсөн ҡаты һынауҙар ваҡытында ир-егеттәр һәр саҡ Ватанды һаҡларға сафҡа баҫҡан. Беҙҙең Айҙар ҙа тап шулай эшләне. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр”, – тине. Ул Азат Әхәт улы менән Розалия Сибәғәт ҡыҙына район гәзиттәренең әүҙем уҡыусылары булып ҡалғандары өсөн рәхмәт әйтте, “Күгәрсен хәбәрҙәре”нә яҙылыуға сертификат, Айытҡужиндар ғаиләһенең кесе ағзалары – уларҙың ҡыҙы һәм ейәнсәренә бүләккә бай йөкмәткеле китаптар тапшырҙы.
Көсөргәнешле ярышта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған команда чемпион исеменә эйә булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Йомағужа ауыл биләмәһе командаһына тиңләшеүсе булманы.
Спорт һөйөүселәрҙе көйәрмәндәр әүҙем дәртләндерҙе, ярыштарҙы ҡарарға тип килгәндәр бихисап ине. Волостновка ауылынан 76 йәшлек әүҙемсе, хаҡлы ялдағы Рәшит Мөлөков иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Ул ҡайһы бер йәштәргә лә өлгө булырлыҡ! Ағайҙы йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла йыш күрергә мөмкин.
“Күгәрсен хәбәрҙәре” һәм “Мораҙым” гәзиттәре приздарына үткәрелгән волейбол ярыштары районда иң күп ҡатнашыусыларҙы йыйған спорт сараһы булып иҫәпләнә. Был матур йола артабан да дауам итһен.
Махсус хәрби операция зонаһында разведка ротаһында кесе сержант булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың 20 июнендә уның взводы дошмандың ҡаты миномет утына эләгә. Айҙар иптәштәренә ярҙамға ташлана, шул ваҡытта яралана һәм һәләк була. Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Указы менән, хәрби батырлығы өсөн Айҙар Айытҡужин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды.
2023 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман егеттең ата-әсәһенә – Азат Әхәт улы менән Розалия Сибәғәт ҡыҙына генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы һәм Рәсәйҙең лайыҡлы улын, гражданын тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Айҙар Айытҡужин 2001 йылдың 14 декабрендә Түләбәй ауылында тыуған. Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, IV – IX кластарҙа Семен-Петровский мәктәбендә уҡый. 2010 йылда уны тамамлап, Мәләүез индустриаль колледжының кадет корпусына уҡырға инә. Уҡығанда тырышлығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана.
2020 йылдың 16 ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2021 йылдың майында хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә. 2022 йылдың 27 апрелендә яҡшы хеҙмәте өсөн А. Суворов миҙалы менән наградлана.
Анатолий КАЗАКОВ,
Азамат ҒӘҘЕЛШИН