

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, маршрут ике илдең дә ҡалалары буйлап үтә. Ғәҙәти булмаған поездың пассажирҙары – төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңгән 200 мәктәп уҡыусыһы.
“Проект ике илдең йәштәрен берләштереүгә, беҙҙең ата-бабаларҙың героик батырлығына ихтирамлы ҡараш һәм аңлау тәрбиәләүгә, күрше илдең мәҙәниәте менән танышыуға йүнәлтелгән”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы Өфөлә 26 июндән 28 июнгә саҡлы уҙғарыла. Был сара 2014 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Беларусь Республикаһының Милли Йыйылышы етәкселегендә ойошторола.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.