Геройҙар дәүере
26 Апрель 2023, 13:00

Эшҡыуар махсус хәрби операцияға юл алды

Ул быға тиклем йылҡысылыҡ һәм урмансылыҡ менән шөғөлләнгән.

Эшҡыуар махсус хәрби операцияға юл алдыЭшҡыуар махсус хәрби операцияға юл алды
Эшҡыуар махсус хәрби операцияға юл алды

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылы егете шәхси эшен ҡалдырып, махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иткән. Был хаҡта ул хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында биргән интервьюһында һөйләгән.

Баймаҡ эшҡыуарына иптәштәре яңы төҙөлгән Даян Мурзин батальонына яҙылырға кәңәш иткән. Фронтҡа ниңә барырға булдың, тигән һорауға уның яуабы ҡыҫҡа: шулай кәрәк, башҡаса булыуы мөмкин түгел.

Быға тиклем йылҡысылыҡ һәм урмансылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙың ҡарарын ғаиләһе лә хуплаған.

Фото һәм сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас