Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Апрель 2023, 16:30

"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"

“Герой ҡатыны” проекты Ватанды һаҡлаған һәм уның өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың, яугирҙәрҙең яҙмышы тураһында һөйләй.

"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"
"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"

“Герой ҡатыны” – республикала Ватан яугирҙәре ғаиләләренең төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич тәҡдиме буйынса барлыҡҡа килгән проект. Ул Ватанды һаҡлаған һәм уның өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың, яугирҙәрҙең яҙмышы тураһында һөйләй, улар хаҡында иҫтәлектәр туплауға булышлыҡ итә. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

–  Төп маҡсат – хәрби көстәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү генә түгел, ә ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын, Рәсәй армияһының иң көслөһө булыуын күрһәтеү, ирҙәрҙең ныҡлы, ышаныслы тылы барлығын белдереү. Беҙгә шулай уҡ арабыҙҙа булғандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау мөһим, – ти уның кураторы.

Проект бер-береһенә ярҙам иткән яугирҙәрҙең ҡатындарын һәм тол ҡатындарын берләштерә. Бөтә фотоларҙа һәм видеоларҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрби кителдә төшә. Тәүге фотосессиялар былтыр үткәрелгән һәм шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән. Хәҙер Өфөнөң “Герой ҡатыны” проекты архивында 70-тән ашыу ғаилә фотоһүрәттәрен, улар менән баннерҙарҙы ҡала урамдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә күрергә мөмкин.

Комитет шулай уҡ һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә альбом төҙөү менән шөғөлләнә, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары менән осраша, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Башҡортостан” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү республика үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырылды. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Сибайҙа хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән үҙәктәр эшләй. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/537143/

"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"
"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"
"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"
"Ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын күрһәтергә теләйбеҙ"
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас