Геройҙар дәүере
28 Апрель 2023, 07:11

Бер ғүмер етмәй икән...

Сая Фәнис Хөсәйенов хаҡында очерк.

Сәй яһаған арала Әсә һөйләүен дауам итте.

– Әнекәү, мин юлда, тәмле ри­зыҡтарыңды бешереп әҙерләп тор, йәме, тип шылтырата улым. Манты, билмән, ҡыҫтыбый әҙерләйем. Фә­нистең иң яратҡаны ҡыҫтыбый ине. Был ҡайтҡанында, әнекәү, ҡыҫты­бый ашағым килә, тине. Күҙенән йәш­тәр сығырҙай булып, яратып ашаны шуны. Тиҙ бешерәһең, тәм­ле бешерәһең, иң тәмлеһе – һинеке, тип маҡтаған була. Әминә лә атаһы яратҡан әйберҙе ашай.

Әсә кеше асылды, һорау ҙа би­рергә кәрәкмәй ине, сәй яһап, ҡыҫ­тап беҙҙе һыйлағанда ла рәхәтлә­неп һөйләне. Мин уны туҡтат­маным, тыңлап ҡына ултырҙым. Әйҙә, бушатһын эсендәге хәтирә­ләрен, шатлыҡ-һағыштарын.

– Калининградтан килделәр кисә, хәйер һалырға. Үҙе ҡайта алмаған, генералмын тигән, әниен ебәргән машина менән. Бында килде. Әсәһен фотоға төшөрөп ебәре­геҙ, тигән. Ул егет миңә бер кем дә түгел, уны мин хәрби кеше булараҡ бик хөрмәт итәм, сөнки ул – ысын батыр, тигән. Һәр генерал ундай сая һалдат алдында баш эйә, тигән. Бәлки, таныш та булғандарҙыр, кем белә. Минең ме­нән төшкән фотоны ебәрҙеләр, ышандым, минең хәйерем барып еткән, тигән. Мысыр һынлы Мысыр­ҙан хәйерҙәр ебәрҙеләр. Республи­каның һәр төбәгенән хәбәрҙәр, йыуатыу һүҙҙәре килеп тора, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләрҙән. Халҡыбыҙ миһырбанлы, берҙәм, тип уйлап ҡуям. Теге тарафтарҙан шайтан уйлылары ла булды. Унһыҙ ҙа булмаҫ, тим, донъяның кеме юҡ. Бөтә Рәсәйҙе данға күмеп китте бит. Әнекәәү, һин минең менән ғүмер буйы ғорурланырлыҡ итеп йәшәр­мен, эшләрмен, тине икенсе киткәнендә.

– Халыҡ ныҡ яратты үҙен, ла­йыҡлы ярата, – тип һүҙен хуплайым әсәнең.

– Ул тыуғас та ҡырҡ көнөнә саҡ­лы иламаны ла. Имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай. Бер тапҡыр ползун­кийын бысратманы, шундай таҙа булды. Өс айға саҡлы аҡҡа ғына тө­рөп йөрөттөм. Иламаны, бала тауышы ишетке килә, ҡый, юрый әҙ генә семеткән кеүек төртөп алам, унда ла әҙ генә тауыш бирә лә бөт­тө. Фотоға төшөргәндә бер ныҡ ҡына семеттем, ауыҙҙары бөр­шәйеп дүртмөйөшләп китте, би­тендә һыҙыҡтар хасил булды, көлөп төшөрҙөм. Был бала илаған да икән, тип уйлаһындар, тинем.

Барҙаға килгәс, алтынсы си­ныфтарҙа иптәштәре кәмһеттеләр баламды. Башҡорт, тип үсек­тер­гәндәр инде. Милләте – башҡорт. Әнекәү, мин мәктәпкә бармайым, ти. Ниңә, улым? Барҙала миңә “башҡорт” тип әйтәләр, тей. Бер ҡайтты шулай, икенсегә кәйефһеҙ ҡайтты. Ҡайта ла сумкаһын алып ҡуя. Өсөнсө көн түҙә алманым, киттем мәктәпкә. Әнекәү, мин – егет кеше, барып тиргәшеп йөрөмә, тип ҡуйғайны ла, әсә йөрәге түҙәме һуң. Класына барып индем. Барса сыҡҡан йәнем менән өҫтәлгә килтереп һуҡтым. – Хәтәр булған үҙе лә. Батырҙың әсәһе лә шулай бу­лырға тейештер ҙә, тип көлөмһөрәп ҡуям. – Класс етәксеһе баҫып тора ине. Тертләп киттеләр. “Һеҙ, бала­лар, ниндәй милләттән булаһығыҙ? Башҡорт, тип яҙылғанмы?” – тим. Эйе, тиҙәр. Баҫтылар барыһы ла, ҡурҡтылар. Ниңә минең улымды кәмһетәһегеҙ? Ярай, башҡорт булһа ни булған, бер-берегеҙҙең телен аңлайһығыҙ бит, тим. Вот, шул көндән башлап минең ма­лайҙы кәмһетеүсе булманы. Фәнис оялды инде, ҡайтҡас, ниңә, әни, кил­дең инде, ти. Һине һаҡларға кил­дем, улым, тинем. Мин үҙемде үҙем яҡлай ала инем, просто әле ят ерҙә булғас туҡтап торҙом, тигән була.

Класс етәксеһе лә аҡыллы ине, әниең килеп дөрөҫ эшләгән, миңә лә өндәшергә кәрәк ине, тигән. Улым, үҙемде лә, әсәйҙе лә һаҡлай алам, тигән. Үҙендә шундай ышаныс көсө бар ине уның.

Был һөйләгән ваҡиға тәрән уйға һалды мине. Шул ваҡытта әсәһе бармаһа, кем белә, үҫмер ҡағылып-һуғылып, рухы төшөп меҫкен булып йөрөр ине, бәлки. Нисек кенә әҙәпһеҙлек булһа ла, ваҡытында өҫтәлгә төшкән йоҙроҡ, һуңы­нан, кеше булаһыңмы, уҡыйһыңмы, тип башҡа төшкән туҡмаҡтан ун тапҡыр, йөҙ тапҡыр ҡәҙерлерәк тә, әһәмиәтлерәк тә.

– Һуңынан әйтә торғайны, әнеү, бына ысын йөрәктән әйтәм, һине обидаға не дам, тип. Алтынсы кластан уҡ әйтте, минең менән ғорурланып йәшәрһең, малай тапҡаныңа һөйөнөрһөң әле, тине.

Бәлки, әсәһенең ошо тәү ҡа­рашҡа сәйер аҙымы уға көс тә, дарман да биргәндер. Кем белә?! Беҙҙең холоҡ-фиғел ҡандан ғына түгел, үҫкән мөхиттән дә ярала бит. Эргәңдә ышаныслы, терәк кешең булғанда һин тормош елдәренә йығылмаҫыңды аңлап, белеп артабан атлайһың. Юҡҡа ғына Фәнис, эргәңдә ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш, тип әйтмәй бит.

– Ауылда йәшәгәнендә, Фәнис сирләп китте, тиһәләр, төндә ишет­һәм – төндә, таңда булһа – таңдан ҡайтырға сыға инем. Барҙа менән Ҡайпан араһы – 70 саҡрым. Һең­леһе, Ынйы ҡыҙым – ауырыу бала, шуға Хоҙай ғүмереңде бирһен, әсәй, үҙең­де һаҡла, һин һеңлемә лә, миңә лә, минең ҡыҙыма ла кәрәкһең, тиер ине. Сирләһәм, ауыр кисерер ине. Тәү киткәнендә телефондан шылтырата, тауышың икенсе төрлө нишләптер, тигән була. Нормально, тим. Юҡ, улай түгел кеүек, хәҙер видеонан шылтыратам, ти, әллә балниста ятаһыңмы, тип борсолоп китте. Хәҙер шылтыратмаҫ инде...

– Түҙәһегеҙ инде, – тим. – Ваҡыт барыһын да яйлап алыр ҙа...

– Түҙәм инде. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле.

Ул һөйләй, беҙ водителем Артур менән ашайбыҙ. Һыуһағайныҡ. Тереләр һыуһай шул...

– Мин әле лә көтәм уны. Сәскә­ләрен күтәреп, әнекәү, мин бында, тип ҡайтып инер кеүек. Өсөнсө көн һыуһап ултырҙым да сәй яһап йомороно (сынаяҡты ) ҡулыма тоттом шулай. Әней, миңә лә сәй яһа әле, ҡорһаҡ асты, ти өндә, ышана­һы­ғыҙ­мы, ысынлап эргәмдә асыҡ ҡы­на ишетелде. Йөрәк ҡыҫып алды. Хәҙер, улым, тинем дә ҡалтыра­ныр­ға керештем. “Тиҙ ярҙам” са­ҡырттыҡ. Ҡан баҫымым күтәрелгән. Башымды һиҙмәйем. Тынысландырыу дарыуы биргәс, йоҡлап алдым. Әнекәү, илама, мин һинең менән, һинең яныңда, тине. Төшөм­дәме, өнөмдәме – тағы асыҡ ҡына ишеттем. Шуға сабыр итергә тырышам! И, әле лә янымда торған кеүек. Илағанда ла ҡосаҡлаған кеүек, ҡый. Машинала йөрөйөм. Улым, бар өмөтөм – һин, юлдарымды асып тор, тип өндәшәм. Юлым уңған кеүек бына. Имен генә йөрөп ҡайттыҡ, әйҙә, инәйек, улым, сәй эсәйек, тип һөйләшеп йөрөйөм шулай эстән. Йоҡларға ятҡанда ла, тыныс йоҡо, улым, тим.

– Махсус операцияға барыр бул­ғас, бик ҡаршы булғанһығыҙҙыр, – әсә кеше тағы ла илап ҡуймаһын тип башҡа темаға күсергә тырышам.

– Барма әле, тинем ноябрҙә ҡайт­ҡанында, аяғыңды бәреп һын­дырам да, тим. Йәнәһе, аяҡһыҙ­ҙарҙы алмайҙар, тип уйлап әйтеүем инде. Мин – мужик, һеҙҙе һаҡларға тейеш, аяғым һынып диванда ятҡанда ла мин унда буласаҡмын, әсәй, тине. Хәҙер һуң инде.

“Диванда ятҡанда ла унда була­саҡмын” – хәтәр яуап бит. Ысын ир-азамат һүҙе. Ул белә: бер һы­ныҡ икмәкте бүлешкән, бер туҫтаҡ­тан ашаған, иленең данын, вата­нының намыҫын яҡлаған яуҙаш егеттәре менән ул һәр саҡ бергә. Бөгөн дә! Рухы менән!

– Әнеү, итәк аҫтында ятһын өсөн таптыңмы, әллә һеҙҙе һаҡлаһын, ҡараһын өсөнмө, тип йыш ҡабатланы. Һин беҙҙе һаҡларлыҡ булһын, тип үҫтерҙем, тик иҫән ҡайтаһың, тинем. Ҡайтам, шулай ҙа ныҡ бул, тине. Әсә көнөнә өс көнгә ҡотларға ҡайтты. Клуб хеҙмәткәрҙәре аша сәхнәнән сәскәләр төшөрттө миңә. Мин үҙем илармын әтеү, тигән. Һуңынан кафела өҫтәл әҙерләгән. Шунда сығып күтәреп алып инде. – Әсәнең тауышы ҡалтырап китте. Илағы килде минең дә. Белгәндер инде улы ҡайтмаҫын. – Һуңғы тапҡыр Айҙар дуҫында ултырҙыҡ. Ул ваҡытта был йорт ҡышҡа ябыҡ ине. Әнекәү, илағың килә, ивет, илама, тигән булды. Үҙенең күҙҙәре һағышлы ине, үҙе бойоҡ ине барыбер, эсе яна ине. Бар йөрәгем менән тойоп ултырҙым.

– Һуңғы сәләме нимә булды Фәнистең?

– Әнкәү, тегендә инәбеҙ, һағын­ған һайын ошо йырҙы тыңла, тип “Һау бул, әсәйем” тигән яҙманы ебәрҙе. Шуны тыңлайбыҙ ҙа хәҙер...

Һау бул, әсәйем, миңә юлға

иртән.

Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен

икән?

Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү

ит,

Бында минең ғәйебем юҡ бит...

 

Фәнис былтыр 3 сентябрҙә “тел”, йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алғанда танылыу яулағайны. Бындай заданиелар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикка ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек юғары ышаныс бағлай, һәм был ышанысты ул тулыһынса аҡлай. Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан яугир йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта. 5 сен­тябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә. Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә. Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.

Рәсми баҫмаларҙа ошондай мәғлүмәт булды. Шул турала һәм башҡалар хаҡында беҙ ирҙәрсә һөйләшергә тип Хәлил ағай менән МТМ, йәғни гаражға күтәрелдек. Унда ике ир К150 тракторы аҫтына ятып, техниканы йүнәтеү эше ме­нән мәшғүл. Тышта, һыуыҡта. Улар­ҙың береһе Фәнистең яҡын дуҫы, бая әсәһе иҫкә алған, батырҙың кәүҙәһен алып ҡайтҡан Айҙар Камилйәнов ине. Яңы юлдашым уның менән таныштырғас, егет теләр-теләмәҫ кенә күреште, Хәлил ағайҙың, һыуыҡ, әйҙә машина эсенә инеп һөйләшәйек, тигәненә лә, кейем майлы, бысраҡ, тигән һылтау менән баш тартты. Һөйләшеү килеп сыҡмаҫ, ахыры, тигәнерәк уй үтте.

- Мөнир ҠУНАФИН

Читайте нас