Геройҙар дәүере
28 Апрель 2023, 08:13

Хеҙмәт яратып үҫкән

Йүнсел дә, хәстәрлекле лә.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Ғафури районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам иткән эшҡыуарҙар байтаҡ. Уларҙың береһе – Алексей Ерофеев. Фермер ярҙам итеп кенә ҡалмай, үҙе өс тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк алып барыуҙа ҡатнашҡан. 

Бала саҡтан үҙ эшен асырға хыялланған Алексей Ерофеев, 2017 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырып, Урыҫ Һаҫыҡ­күлен­дә элекке ауыл хужа­лығы пред­приятие­һы­ның һөтсөлөк фермаһы биналарын һәм бер нисә техниканы ҡуртымға алып, ошонда эшмәкәр­леген башлай.

– Үҙ эшемде асып, фермер булыу теләге бик көслө ине. Район хакимиәте баш­лығының элекке ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р. Аҡбашевҡа мөрәжәғәт иткәйнем, ул да, хакимиәт башлығы ла башланғысымды хуплап, ярҙам итәсәктә­рен белдерҙе,  – ти Алексей Юрьевич. – Ошонан һуң дәртләнеп хужалыҡ эштәренә тотондом. Яңы эш башлаған фермер булараҡ, 250 мең һум аҡса бүлделәр, йәнә дүрт һыйыр һатып алдым, артабан кредит, гранттар юлланым.

Яҡташтары эшҡыуарҙы уңған, тәүәккәл һәм маҡсатлы тип ҡылыҡһырлай.

– Бәләкәй сағынан хеҙмәт яратып үҫте. Хәҙер үҙе лә балаларын да ауыл эшенә һөйөү уятып үҫтерә. Тырышлығы, ныҡыш­лығы, сәмселлеге һөҙөмтәһендә коллектив-фермер хужалығын ойошторҙо,  – ти Аҡкүл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов. 

Алексей Юрьевич ҡатыны Айгөл Николаевна менән алты бала тәрбиәләй.  Уларҙың өсәүһе – Дмитрий, Лилиә, Варвара – үҙҙәренеке, тағы өсәүһе – Альберт, Николай, Екатерина – балалар йортонан сабый килеш ғаиләгә алынғандар.

– Өлкәнерәктәре менән бергәләп һыйыр һауҙыҡ, мал тәрбиәләнек һәм башҡа эштәрҙең барыһын да үҙебеҙ башҡарҙыҡ, ғөмүмән, ғаилә фермаһы булдырҙыҡ,  – ти фермер.

 Ерофеевтарҙың өлкән улдары Дмитрий Ишембай нефть колледжын тамам­ларға йыйына. Артабан ул атаһы кеүек Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын ғәмәлгә ашырырға, йәғни әрме сафында хеҙмәт итергә уйлай.  Лилиә – тимер юл техникумында, Альберт Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡый.

Һуңғы йылдарҙа Ерофеевтар үҙ хужа­лығына машина менән һауыу операторын, малсыларҙы, тракторсыны эшкә ҡабул иткән. Каникул мәлендә иһә үҙҙәренең ғаиләһе ярҙамға килә. Хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло һөт йүнәлешендәге һыйыр малы аҫрала. Көндәлек һауып алынған пластик шешәләрҙә Красноусолдағы, Аҡкүлдәге сауҙа нөктәләре аша һатыуға сығарыла. Хужалыҡ, “Яңы эш башлаған фермер” һәм “Ғаилә фермаһы” программалары буйынса гранттар конкурсында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алған. Грант ярҙамында “Беларусь” тракторы, ярым робот автомат һауын ҡоролма-аппараттары, бесән сапҡыс һәм хужалыҡ өсөн мөһим башҡа техника һатып алынған.

– Эшем бик оҡшай. Юлымда гел яҡшы, ярҙамсыл кешеләр генә осрап торҙо, әле лә шулай, шуға ихлас һөйөнәм, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә рәхмәтлемен, – ти Алексей Ерофеев. Алексей Юрьевичтың киләсәккә ҡорған пландары байтаҡ. Ул хужалыҡ биналарына ремонт эшләү, яңыларын ҡуртымға алыу, хәҙерге заман техникаһы, һөттө эшкәртеүгә тотоноу кеүек уй-маҡсаттар менән яна. Эше менән бер рәттән, махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас