

Ул шул тиклем ихлас, етеҙ, әүҙем, аралашыусан, тормошто ярата... Әйтерһең дә, уның барыһы ла яҡшы, әйтерһең дә, һыҙланыуҙар йәнен телгеләмәй, йөрәгенә үтмәй...
Земфир Вәлишин Ғафури районының Игенйылға ауылында тыуып үҫкән. Уның ҡатыны Әлфиә – ошо уҡ райондың Мәндем ауылынан. “Курорт (“Красноусол” шифаханаһы – А.Н.) беҙҙе ҡауыштырҙы”, – ти улар. Әлфиә Салауат ҡыҙы – экскурсовод, Земфир Ғилметдин улы һаҡсы булып эшләгән саҡта таныша ике йәш йөрәк. Артабан ғаилә башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығында, Себер тарафтарында быраулаусы булып эшләй. Ә Тыуған ил алдындағы хеҙмәт бурысын ул Төньяҡ Осетия – Аланияның Моздок ҡалаһында үтәгән. 1999 йылда Чечняла булған.
Хәҙер инде Әлфиә менән Земфир Вәлишиндәрҙең татыу ғаиләһендә бына тигән өс бала үҫә. Өлкән улдары Азамат Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында белем ала. Ҡыҙҙары Алтынай – Красноусолдағы Н.А. Мәжитов исемендәге гимназия, улдары Айгиз Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары. Ә күп балалы әсәй ошо уҡ белем усағында тәрбиәсе булып эшләй.
Беҙ Земфир Ғилметдин улы менән Красноусол ауылында таныштыҡ. Ул махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан.
– Былтыр 26 сентябрҙә мобилизацияландым. Һис икеләнеп торманым, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға, тигән ҡарарға килдем. Башта Ҡазан ҡалаһында бер ай тирәһе хәрби әҙерлек үттек, – тип һөйләне Земфир Вәлишин (позывнойы – “Зема”). – Сватово – Кременная йүнәлешендәге яуҙарҙа ҡатнаштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 24 февралдә яраландым: миномет атышы барғанда ярсығы аяғыма эләкте. Динар Мөхәрмәтов ярҙам итте. Аҙаҡ инде миңә операция яһанылар.
Кременная, Рубежное, Тамбов дауаханаларында дауаланғандан һуң, әле егет тыуған яғында – реабилитацияла. Уның хәлен белешергә яугирҙең ғәзиз әсәһе Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙы – Игенйылға ауылынан, ә бер туған ҡустыһы Дамир Мәскәүҙән килгән ине.
Айһылыу НИЗАМОВА