Махсус хәрби операция зонаһында маскировка селтәрҙәре етмәй. Федераль стандарт буйынса эшләнгәнме, юҡмы, уныһы мөһим түгел.
Махсус материалдан йәки төҫө буйынса яраҡлы булған әйберҙәрҙән селтәр үреп, бөтә ил ҡулдан килгән тиклем ярҙам итә. Саҡрымдарға һуҙылған окоптар, блиндаждар, техника - быларҙың барыһы ла маскировка талап итә.
Ирекмәндәр хәрәкәтенә Стәрлебаш ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды. Уҡытыусылар етәкселегендә улар маскировкалау әйберҙәре эшләй.
Алик Миҙхәт улы Рысаев дәрестәрҙә балалар менән үреү өсөн станок эшләй. Материалды Ибраҡай ауылынан Нияз Насыров бушлай бирә, ул үҙенең пилорамында станоктың кәрәкле өлөштәрен әҙерләгән. Уҡыусылар селтәрҙе рамға һуҙып, алдан әҙерләнгән таҫмаларҙы сиратлап бәйләй, бер нисә үреү ысулын үҙләштергән. Көн аҙағына беренсе селтәр әҙер булған.
Балалар бик тиҙ эшләй, ситтә ҡалмай ярҙам күрһәтергә тырышыуҙары һөйөнөслө!
Стәрлебаш ауылы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәрен байрамдарҙан һуң махсус хәрби операция зонаһына оҙатырға әҙерләнә. Улар башҡа теләүселәрҙе лә ҡушылырға саҡыра.
Сығанаҡ: vk.com/elviraham