

Кисә Рәсәй махсус операцияһын үткәреү зонаһына ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң Башҡортостандың ирекле батальондарында ҡатнашыусыларҙың һәм мобилизацияланғандарҙың яңы төркөмө юлланды.
Өйҙә хәрбиҙәр ике аҙна үткәрҙе, алғы һыҙыҡта иһә 180 көн хеҙмәт иткәндәр. Йола буйынса, уны оҙатыу тантанаһы “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте.
“Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән, үҙемдән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙән һеҙгә сикһеҙ ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Донбасс территорияһында иң ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәйһегеҙ, Ватаныбыҙҙы батырҙарса яҡлағанығыҙ өсөн ғорурланабыҙ. Һеҙ барыбыҙ өсөн дә ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Белегеҙ, егеттәр: алғы һыҙыҡта булғанда республика ғаиләләрегеҙ һәм туғандарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк. Беҙ һеҙҙең өсөн даими рәүештә гуманитар йөк ебәрәбеҙ, үҙебеҙ сығабыҙ, бөтә мәсьәләләргә иғтибар итәбеҙ, бөтә социаль-көнкүреш проблемаларын тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Был беренсе сираттағы бурысыбыҙ. Яҡындарығыҙға ла сыҙамлыҡтары һәм аңлауҙары өсөн рәхмәт әйтергә теләйбеҙ. Иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Еңеү беҙҙә буласаҡ!” – тип теләне яугирҙәргә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Башҡортостан Республикаһынан хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов билдәләүенсә, хәрби частар һәм берләшмәләр командованиеһы яҡташтарыбыҙ тураһында бик юғары баһа бирә.
"Беҙҙең яугирҙәр ғинуар башынан ялға ҡайта. Тәүҙә ирекмәндәр батальондар, һуңынан мобилизацияланған хәрбиҙәр ял итә башланы. Барыһы ла яҡшы бара, егеттәрҙең яугир рухы юғары – улар һынатмаясаҡ”, – тип һөйләне ул.
Тантана ваҡытында 22 апрелдә өйләнешкән Сергей һәм уның һөйгәне Светлана исеменә ҡотлауҙар һәм йылы теләктәр яңғыраны. “Шайтан” ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡта фельдшер булып хеҙмәт итә.
“Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡ таныштыҡ – мин өлкән кластарҙа уҡыным, ул бер аҙ йәшерәк ине. Мөхәббәт мәктәп эскәмйәһенән килә тип әйтергә була", – тип һөйләне Сергей.
“Муха” ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, тыуған республиканан килгән һәр хат хеҙмәттәштәренең йөрәктәрен йылыта һәм көс бирә.
“Бөгөн бөтәһе өсөн дә бик тулҡынландырғыс көн — беҙ йәнә һуғышҡа ҡайтабыҙ. Туғандарым һәм дуҫтарым менән ял иттем. Был ауыр ваҡытта беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Өйҙән килгән һәр хәбәр беҙгә бик ярҙам итә”, – тине ул.
Тыуған илебеҙҙе яҡларға баҫҡан бөтә ир-егеттәр иҫән-һау еңеү менән ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.