Шишмә районынан яугир “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашты.
Бөгөн Шишмә районындағы “Турахан” кәшәнәһе эргәһендә “Хәтер баҡсаһы” тигән масштаблы сара үткәрелде. Унда республиканың төрлө төбәктәренән йөҙәрләгән кеше ҡатнашты. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм позывнойы “Прометей” булған яугир ҙә бар ине. Ул әлеге ваҡытта дауаланыу үтә, әммә егет бындай ваҡиғанан ситтә ҡала алмаған. Ул “Родник плюс” район гәзитенә интервью биргән.
Егет мартта Николаевск эргәһендә ҡаты яраланған. Ярсыҡтар күҙенә, үпкәһенә һәм янбашына эләккән. Йәш кеше үҙе һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып иптәшен атыш аҫтынан алып сыҡҡан механик арҡаһында иҫән ҡалған. Башта “Прометей” Мәскәүҙә дауаланған, хәҙер республикала даими курстар үтә.
- Тыуған районыма акцияла ҡатнашырға һәм хәрби хәрәкәт ветерандарын хәтергә алырға килдем. Был минең өсөн бик мөһим. Мин өйҙә булыуыма бик шатмын. Яҡташтарымдың һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә хөрмәт менән ҡарауы бик яҡшы. Барлыҡ яугирҙәргә көс, түҙемлек һәм ҙур уңыш теләйем. Тиҙерәк хаҡ эште тамамларға һәм Еңеү менән ҡайтырға, - ти ул.
“Прометей” батырлығы өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Суворов” миҙалдары менән наградланған һәм уға “капитан” званиеһы бирелгән.
Фото, сығанаҡ: rodnikplus.ru/news/novosti/2023-04-29/boets-iz-chishminskogo-rayona-prinyal-uchastie-v-aktsii-sad-pamyati-3239703