Геройҙар дәүере
30 Апреля 2023, 05:00

Ысын ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурланабыҙ

Балтас районында балаларҙы янғындан ҡотҡарған Радик Фәтхинуровҡа награда тапшырылды.

Ысын ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурланабыҙЫсын ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурланабыҙ
Ысын ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурланабыҙ

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Радик Фәтхинуров күп балалы ғаиләне ҡотҡарған – күрше йорттоң янғанын күреп, ул бер ни ҙә уйламайынса, өйгә ташлана һәм балаларға сығырға ярҙам итә.

Радик Рәлиф улының ҡаһарманлығы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән билдәләнә.

“Ысын ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ кисереп, балаларҙың ғүмерен ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдереп, геройға награда тапшырҙым”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.

Фото: vk.com/subushevilgiz

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас