БСТ телеканалында өс документаль фильмдың премьераһы буласаҡ. 9 май алдынан тамашасыларға “Геройҙар” циклынан яңы фильмдар күрһәтелә. Уларҙың береһе – Тамерлан Илһамов тураһында.
Гвардия прапорщигына Рәсәй Геройы исеме үлгәндән һуң бирелә. Тамерлан 2022 йылдың 4 июлендә махсус хәрби операция барышында Украинала һәләк булды. Уның үҙ ғүмере хаҡына подразделениеның бөтә составын ҡотҡарып ҡалыуы тураһында билдәле. Ул һөнәре буйынса юрист була, ваҡытлы хеҙмәттән һуң хәрби әҙерлек үтәсәге тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя.
Был Әбйәлил районы егете ниндәй була һуң? Ни өсөн уны “баҫалҡы һәм шым батыр” тип йөрөтәләр? Ул нисек бала сағында уҡ кешеләрҙе ҡотҡарған? Туғандараның, дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең хәтерләүҙәре... Гүзәл Хәмитованың “Тамерлан Илһамов күгенең асҡыстары” фильмы эфирға 9 майҙа 17 сәғәт 45 минутта сыға.
Циклдың тағы бер фильмы – “Ротасы Нәсибуллин”. Премьера 8 майҙа 17 сәғәт 45 минутта була. Танк ротаһы командиры хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.
БСТ телеканалы “Ҡайтарылған исемдәр” циклы өҫтөндә эшләүен адуам итә һәм уның сираттағы тарихы – Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Дәүләт Яҡупов тураһында. Башҡорт әҙәбиәте дәреслектәрендә “Дон далаларында” тигән бәйет осрай. Унда ваҡиғалар ҡыҙылармеец Яҡупов исеменән тасуирлана, әммә автор тураһында аныҡ раҫланған мәғлүмәт юҡ. Уның 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы яугире булыуын ғына самалайҙар. Осраҡлы рәүештә Яҡупов тураһында факттар асыҡланды. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы батыры Дәүләт Яҡупов тураһындағы фильмды 7 майҙа 22 сәғәт 45 минутта, 8 майҙа 10 сәғәт 00 минутта һәм 9 майҙа 23 сәғәт 00 минутта ҡарағыҙ.
9 майҙа БСТ телеканалында Еңеү Көнөнә арналған телемарафон үткәрелә, ул 09 сәғәт 00 минутта башланасаҡ.
Фото: “Башинформ” сайтынан.