Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Май 2023, 19:00

Һалдаттарға нисек күстәнәс ебәрергә?

Дмитрий Чернышенко СВО-ла ҡатнашыусыларға ауырлығы 10 килограмға тиклем булған посылкалар бушлай тапшырыласаҡ тип белдерҙе

Һалдаттарға нисек күстәнәс ебәрергә?
Һалдаттарға нисек күстәнәс ебәрергә?

Май башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыға 10 килограмға тиклем посылка бушлай килтереләсәк. Был турала Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Херсон һәм Запорожье өлкәләренә эш сәфәре барышында белдерҙе. Посылкаларҙы Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләренә лә ебәрергә мөмкин. Өҫтәүенә, бер ебәреүсе ебәрә алған 10 килограмға тиклем посылкалар һаны сикләнмәй.

Вице-премьер Дмитрий Чернышенко был мөмкинлектән файҙаланып, посылка ебәрергә саҡырҙы. Был туғандарҙың һәм дуҫтарҙың хәстәрлеген һәм иғтибарын тойһон өсөн хәрбиҙәргә ярҙам итеү сараларының береһе.

Башҡортостанда шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһы филиалдары базаһында М. Шайморатов исемендәге ирекле штаб аша Башҡорт батальондарынан ирекмәндәр өсөн посылкалар ебәрергә мөмкин. Республикала ирекле штаб адрестары: https://clck.ru/32sdzo

Берҙәм логистика үҙәгендә Мобилизацияланған һәм Башҡортостан ирекмәндәре өсөн посылкалар ҡабул ителә. «БашСельХозТеника» склады базаһында эшләй: Өфө районы, Зубово ауылы, Аграр урамы, 8-се йорт, 1-се корпус. Берҙәм логистика үҙәгенең ҡыҙыу линияһы — 8 (347) 280-89-92.

 

Фото: "Рәсәй почтаһы сайтынан алынды".

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас