Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында барған Еңеү концертында "Башҡорт йыры"-2020 телевизион йыр конкурсында гран-при яулаусы Әлфир Заманов менән "Башҡорт йыры"- 2022 телевизион йыр конкурсында беренсе урын алыусы Фларид Бирғәлин Башҡортостан халҡын Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы һәм үҙҙәренең музыкаль сәләмен еткерҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был егеттәрҙең икеһе лә Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй, Сибай филармонияһы йырсылары махсус хәрби операция башланғас та мобилизацияға эләгеп, ил һаҡларға сафҡа баҫты.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр! Һеҙҙең йыр-моңдарығыҙҙы бар тамашасы көтә!
Фото һәм видео: Зинира Заманова.