Геройҙар дәүере
10 Май 2023, 16:00

Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы

 Осрашыуға ауылдың олоһо-кесеһе йыйылған.

Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланыҠоҙаштар яугирен ҡаршыланы
Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы

Учалы районының Ҡоҙаш ауылы халҡы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уландарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, матур осрашыу сараһы ойошторған.

Әлеге ваҡытта яу ҡырындағы егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылған. Егеттәрҙе клуб алдында тәмле буҙа менән ҡаршылағандан һуң күңелле көйҙәргә баҫып бейеп тә алған улар. Яугир егеттәребеҙ менән осрашыуға ауылдың олоһо-кесеһе йыйылған, һәр береһе уларға оло ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Сара һуңында егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә хөрмәт йөҙөнән патриотик концерт ойошторолған.

“Донъялар тиҙерәк тынысланып, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына, ата-әсәһе, ғаиләһе янына ҡайтһындар!” – тип теләй Ҡоҙаш ауылы халҡы. Теләктәрҙең “амин” тигән сағына тура килһен.

Сығанаҡ: vk.com/public172057569

Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы
Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы
Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас