Геройҙар дәүере
12 Май 2023, 12:13

Бер ғүмер етмәй икән...

Сая Фәнис Хөсәйенов хаҡында очерк.

Мин Фәнисте күҙ алдына килтерәм, дөрөҫөрәге, килтерә лә алмайым. Харап таһа. Дошман араһында бер аҙна йәшәп ҡара әле. Бер аҙна. Дошмандар араһында. Хәт-тәр.  Ни тиклем йөрәкле булырға кәрәк. Улар менән ултырып аша, йоҡла, тәмәке тарт – һәр минутта, һинең кем икәнеңде белеп, үлтереүҙәре ихтимал түгелме һуң? Йоҡлап ятҡанда иҙәндән сысҡан йүгереп үтеүенә һиҫкәнеп, һикереп килеп тораһың, ә бында... эргәңдә ҡара дошманың хырылдай. Иҫ киткес һығылмалы, әртис булырға ла кәрәк тәһә. Уның мөләйемлеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе бына ҡайҙа кәрәк булған.

Аптырап ҡалдым! Бик ҡыҙыҡ булып китте. Киноларҙа йә китаптарҙа ғына күреп-уҡып белгән хәл бит. Уныһы ла Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә. Һорауҙарымды автомат урынына яуҙырам.

– Нисек бара ул разведкаға, ҡурҡмай, ниндәй формала?

– Разведкаға яңғыҙы китә, мөһим задание менән. Уға планшетты табып алып ҡайтырға ҡушыла. Ә планшетта Фәнистәр фронтындағы һөжүмдең стратегик планы күрһәтелергә тейеш. – Хәлил ағай тағы тәмәке тоҡандыра. Ул арала Айҙар һөйләргә тотондо.

–  Үлгән дошман һалдатының кейемен һалдырып кейеп ала ла бер үҙе инеп китә. Унда йәшәп ята. Тегеләрҙәге хәл-торошто белә, пландарын аңларға тырыша. Планшетты табырға кәрәк. Өсөнсө көнөндә генә уны бер офицер ҡулында күреп ҡала. Артынан эйәреп барып, барыбер планшетты ҡулға төшөрә был.

– Аңлап етмәйем, ә нисек аралаша һуң улар менән?

– Һин, ауылдан сыҡҡан малай, русса ла белмәйһең, нисек йөрөнөң унда, тип Фәнистән көләм.  Тәмәкең бөтһә, нисек һорайһың, тим. Эй, Хәлил абый, унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламай бит. Кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр, ти. Наемниктар бит инде. Тәмәке бөткәс, былай итәм, ти, – һурып тартып, төтөнөн күккә осорған хәрәкәт яһап күрһәтә, – тәмәке лә биреп китәләр миңә, тигән була. Эй, мәрхүм...

– Шунан БТР-ҙы алып сығамы был яҡҡа?

– Эйе, разведканан сыҡҡан ваҡытта була. БТР менән тегеләр сыға был яҡҡа. Ҡайҙан килгәндәрен белгәс, Фәнис уларҙы ҡаршы ала. Шунан һөжүм итә, икәүһен теге донъяға оҙата, өсәүһе ҡаса, бе­реһен әсирлеккә ала, Фәнис БТР менән беҙҙең яҡҡа сыҡҡас, ан­гарҙарын шартлаталар. Шулайы­раҡ һөйләне инде, буғай, – Айҙар шулай тип ҡуйҙы.

– Һуңынан алып сыҡҡан әсиренән, Фәнискә төртөп, “Ниңә уны окопта үлтермәнегеҙ?” тип һорайҙар икән дә, “Беҙ уның менән бергә һуғышабыҙ ҙаһа, ҡайһылай клевый егет, беҙҙең кеше тип уйланыҡ” тип яуап бирә, ти. Интервью алғанында әйткән был һүҙҙәрен ТВ-нан да күрһәткәндәр.

Айҙар хаҡлы, Фәнисте, иҫән Фәнисте минең дә бик күргем, һөйләшеп ултырғым килә. Их, ошо хәлдәрҙе үҙенән һөйләтер инем... Үҙе һөйләмәһә лә, “ишеттем инде, дошман менән бергә тәмәке тартып ултырғаныңда ниҙәр уйланың һин, брат?” тип һорар инем. Ул йылмайып ҡуйыр ҙа Мостай Үлмәҫ­байынса яуап бирер һымаҡ миңә. Һис зарланмайынса, һәр нәмәне уйын-көлкөгә һалып, былай тип һамаҡлар ине:

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,

Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,

Һунар сыға һалыуыма

Шул ғәҙәт булды сәбәп.

Хазина ине уҙған төн:

Йондоҙло, айлы ине,

Дошманға тоҙаҡ һалырға

Бигерәк яйлы ине.

Күркәләнеп сығып киттем,

Ергә лә теймәй табан –

Әйтерһең, тыуған Уралға

Ҡунаҡҡа ҡайтып барам...

Яуҙа йөрөгәндә ауыр уйҙарға бирелмә, һуғыштамын, тип уйлама – был фекере уның, эйе, хаҡ һымаҡ.

– Фәнис үҙе һөйләнеме һеҙгә был хәлдәрҙе? Маҡтаныпмы, нисек? – һөйләшеү һәүетемсә ағымға төштө. Айҙарҙың баяғы, ҡаршы алғандағы, үпкәһе юғалды, йөҙө асылды. Хәлил ағай, һалдаттарса ғорур баҫып, үҙенең мәртәбәһен белеп кенә һөйләүен дауам итте. Шуныһы ҡәҙерле: эскерһеҙ һәм асыҡ ине беҙҙең һөйләшеү, йәшереү ҙә, артыҡ шапырыныу ҙа юҡ.

– Ул бер нәмә лә һөйләмәй ине.

– Абсолютно һөйләмәй ине.

– Нисек? Был хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ әтеү? – мыйыҡ аҫтынан йылмаям.

– Беҙ шулай төпсөнөп, төпсөнөп,  һорап-һорап ҡына яуап ала инек. Үҙе бер ни һөйләмәне.

Хәлил ағай уйланып торҙо ла:

– Ашап, сәй эсеп ултырғанда бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Һүҙ һорап кеҫәгә инмәҫ егет булһа ла, был темаға һүҙгә бик һаран ине. Мәғлүмәт бирмәй. Бер генә әйберҙе әйтте: беренсе снайперҙы атҡас та, “Хәлил абый, винтовкаһын ҡарармын әле, тигән уй бар ине”, ти. “Снайперҙарын юҡ иттем дә, малайҙарға әйттем, һеҙ мине һаҡлағыҙ, мин тегенең винтовкаһын барып алып киләм, ҡарайыҡ әле, улар ниндәй ҡорал менән һуғыша икән”. Барып алған, тикшергән.

Пулялар араһынан ятып та, шыуышып та, эйелә-боҫоп та йүгергән Фәнис күҙ алдына килә. Ниндәйҙер бер ҡоралды барып алыр өсөн ғүмереңде иҫ киткес ҡурҡыныс аҫтына ҡуй әле. Пулялар ямғыры – бер хәл, икенсе снайперҙың һине сәпәп тә ҡуйыуы бар ҙаһа. Һуңынан беҙҙең герой тегеләрҙең ҡоралы менән, моғайын, тағы ла бер-икәүһен, үҙҙәре әйтмешләй, “снимать” иткәндер, үҙ ҡоралдарынан – үҙҙәренә үлем.

– Сәйер генә яңғырармы был һорауым, шул тиклем тәүәккәл Фәнискә һуғыш уйын кеүек күренгән шикелле. Теге компьютерҙар уйынында шаярған кеүек.

Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Хәлил Фәтҡулла улы телгә килә.

– Белмәйем, юҡтыр. Уйын, тип... Ул яуҙаш дуҫтары, ир намыҫы өсөн ғүмерен бирергә лә риза ине. Илен, тыуған ерен ныҡ яратты. Уйын түгел. Һин бер нәмәне аңла, Мөнир, ярһыған бультерьер тоҡомло эттәрҙә, мәҫәлән, һуҡһаң да ауыртыу инстинкты юҡ, ә Фәнистә ҡурҡыу, ҡаушап төшөү холҡо булманы. Бөтөнләй юҡ ине.

“Бәйләнештә”ге битендәге ул саҡтағы 15 йәшлек Фәнистең тағы ике яҙыуы “ҡылт” итеп иҫемә төштө: “На колено только перед Богом” һәм  “Лучше умру за братьев, чем буду жить без них”. Ошо һүҙҙәр уның ғүмерлек девизына әйләнгән.

– Ысынлап шулай, ҡурҡыу белмәҫ изге йән ине, – тип өҫтәп ҡуйҙы Айҙар.

– Ә беҙҙең яҡтағылар нисек ҡаршы ала уны? Ни тиһәң дә, дошман кейемендә? – Ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Кәмемәйәсәк тә. Фәнисте аса барған һайын ул миңә ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡәҙерлерәк тә.

Хәлил ағай гөрһөлдәтеп көлөп ебәргән булды:

– Тәмәке тартҡанда бер мәл нимә ти, инде үҙебеҙҙекеләргә сығып еткәйнем, ҡарайым, беҙҙең һалдат ҡаршыға сыҡты ла,  “муха”ны (РПГ инде) күтәреп, миңә атырға тип сәбәләнә башланы. БТР-ға сығып баҫтым да аҡырам: “Мин – Хаса-ан, я – Хаса-ан”.  Тегеләр ишетмәй. Шунан ҡапыл танып ҡалдылар ҙа ҡаршыға йүгерә башланылар, ти.

Минең ниңәлер күңелем тулып китте. Бер-береһен һығып-һығып ҡосаҡлашҡан һалдаттар күҙ алдына баҫа.  Күҙҙәрендә – йәш, шатлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары. Фәнис ауыҙын йырып сабыр ғына йылмая.  Эргәләрендә ғәйепле төҫ менән дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра. Һуңынан уның ҡабыр­ғаһында сатай-ботай хәрефтәр һәм төрлө төҫтәге буяу менән “Башҡортостан”, “Өфө”, “Тәтешле” тигән яҙыуҙар хасил буласаҡ та дошмандың “тимер ат”ы хәҙер инде көбәген көнбайышҡа төбәйәсәк. Әлегә уның эсендә баяғы кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята.  Фәнис ирәүәнләп ергә, тыуған еренә һуҙылып ята ла күккә баға. Итеген сисеп ташлай, силғауын киптерергә үлән өҫтөнә элә... Ҡайтты әйләнеп Үлмәҫбай.

“Әсир, әсир. Хәҙер үҙеңде

Ҡунаҡҡа алып китәм,

Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:

“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”

Һөйләгәндең тамсыһы ла

Әкиәт түгел, туған.

Ана, ул ята. Ә үҙем

Сылғау киптереп торам”.

Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға, тигәне дөрөҫ бит. Ғүмер генә мәлдәрҙән торған кеүек.

– “Хасан” – уның позывнойы инде. – Айҙар аңлата ла, өҫтәп ҡуя. – Бабай “уны ике тапҡыр атып бәрә яҙҙым” ти ине.

– Уныһы кем тағы?

– Беҙҙең яҡтыҡы, күрше ауылдан. Ул иҫән ҡайтты. Позывнойы “Бабай” инде.

“Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир, уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә”. Аңлауымса, яҡташтарының береһе ошо “Бабай” шикелле. Әңгәмә ҡорған таныштарым әйтеүенсә, был “Бабай” Фәнис өсөн яҡташ ҡына түгел, өлкән хөрмәтле яуҙаш та булған. Разведкаға йыш ҡына ул оҙатҡан да, буғай. Арҡаһынан һыйпап, фатихаһын биреп. Бәлки, шуға ла һәр саҡ иҫән әйләнеп ҡайтҡандыр егетебеҙ.

Һуңынан “Бабай” һөйләүенсә, яуҙа хәтәр хәлдәр булып тора инде. Сираттағы разведканан ҡайтып килә Фәнис. Ангар артынан шым ғына тегеләрҙең формаһында кемдер килә ятҡанын шәйләй “Бабай”. Автоматын төҙәп, тәтене ҡыҫтым тигәндә генә... “бабай, бабай” тигән тауыш ишетелә.

- Мөнир ҠУНАФИН

Читайте нас