Стәрлебаш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға тушенка әҙерләнеләр.
Сараны башлап ебәреүселәр – Айҙарәле ауылынан Илфат Дәүләтшин һәм уның улы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илнур. Акцияны үткәреүҙә ауылдаштары Илшат Ғәләүетдинов менән Руслан Мөхәмәтов ярҙам иткән. Ә һыйыр итен Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы биргән.
Сарала Стәрлебаш ауылындағы 2-се мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, мәктәп коллективы хеҙмәткәрҙәре, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың туғандары, яҡындары ҡатнашҡан. Барлығы 308 банка тушенка әҙерләнгән һәм ирекмәндәргә махсус хәрби операция урынына ебәрелер өсөн тапшырылған. Бынан тыш, балаларҙың хаттары ла ебәрелгән. Уларҙа – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәре, иң изге теләктәр.
Фото, сығанаҡ: https://vk.com/wall-4753374_2887?access_key=73a2eedeaaf163e1