

27 майҙа Шишмә районындағы Алкин-2 ҡасабаһында «Патриот» паркы биләмәһендә ҡаршылыҡтар аша үтеү буйынса «Геройҙар уҙышы» федераль йүгереүе ойошторола. Сара Рәсәй Федерацияһының Оборона һәм Спорт министрлыҡтары ярҙамында үткәрелә.
«Геройҙар уҙышы»ның төп маҡсаты - граждандарҙың физик культура кимәлен үҫтереү, шәхси үҫеште популярлаштырыу һәм илһөйәрлек кимәлен күтәреү. Бәйге категориялары: «Ҡаршылыҡтар аша уҙыш» Бөтә Рәсәй ярыштары; «Ҡаршылыҡтар аша уҙыш» Башҡортостан Республикаһы чемпионаты; "Геройҙар уҙышы" чемпионаты; "Мажаралар"; "Геройҙар уҙышы. Балалар".