Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Май 2023, 15:00

25-е тулыр ине...

Фәнис Хөсәйеновтың тыуған ауылында уның тыуған көнөнә арналған сара үткән. 

25-е тулыр ине...
25-е тулыр ине...

Ошо көндәрҙә, 14 майҙа Башҡортостандың яратҡан яугире сая Фәнис Хөсәйеновтың тыуған көнө булған. Иҫән булһа, уға 25 йәш тулған булыр ине. Яугирҙең тыуған ауылында ошо ваҡиға айҡанлы хәтер кисәһе үткәргәндәр. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов яҙҙы.

“14 майҙа беҙҙең “халыҡ геройы” Фәнис Хөсәйеновҡа 25 йәш тулыр ине. Хәрбиҙең тыуған ауылында хәтер кисәһе үтте.

Фәнис Хөсәйенов – Рәсәйҙең һәм Тәтешле районының ғорурлығы. Бөгөн беҙ бөтәбеҙ ҙә уның ваҡытһыҙ үлемен ауыр кисерәбеҙ. Хәтер мәңгелек! Тыуған иленә һәм халҡына хеҙмәт итеү юлын һайлап, ул үҙен ҡорбан итте, тыныслыҡты үҙ ғүмере менән һаҡланы.

Фәнис мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: