Геройҙар дәүере
16 Май 2023, 10:00

“Башҡортостан” полкы тағы бер подразделение менән тулыланды

18 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында артиллерия дивизионын хәрби яйға һалыуға оҙатыу тантанаһы була

“Башҡортостан” полкы тағы бер подразделение менән тулыланды“Башҡортостан” полкы тағы бер подразделение менән тулыланды
“Башҡортостан” полкы тағы бер подразделение менән тулыланды

Республикала "Башҡортостан" полкы составында Башҡорт артиллерия дивизионы ойошторолдо. Ул билдәле яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Мөғин Кәрим улы Нагаевтың исемен йөрөтәсәк. Мөғин Нагаев 1942 йылдан 1945 йылға тиклем 112-се (16-сы гвардия Чернигов) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, танкыға ҡаршы батареяның ут взводы командиры була. Хәрби хеҙмәттәре өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.

2023 йылдың 18 майында көндөҙгө сәғәт 2-лә Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында артиллерия дивизионын хәрби яйға һалыуға оҙатыу тантанаһы була.

Республика Башлығы Таһир Күсимов исемендәге батальонды оҙатҡанда артидивизионды оҙатырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләгәйне.

Фото: mgazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас