

Ҡатмарлы заман ысын ирҙәрҙе тыуҙыра. Улар иһә ил хәстәрен, дәүләт йөгөн үҙ иңенә аһ-зарһыҙ һала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Салауат Йосопов – тап шундайҙарҙан.
Салауат Рәшит улы менән тыуған яғына ялға ҡайтҡанында осрашып һөйләштек. Яу яланындағы көнкүреш шарттары, хәрби бәрелештәр, берҙәмлек көсө, гуманитар ярҙам хаҡында ихлас бәйән итте, хис-тойғоһо менән уртаҡлашты Салауат Рәшит улы.
Салауат Йосопов былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизация буйынса Ватаныбыҙҙы һаҡларға киткән. Быға тиклем ул Стәрлебаш ауылындағы “Кадастр һәм күсемһеҙ милек” үҙәге директоры булып эшләгән.
– Ҡулыма повестка тотторған саҡта ниндәйҙер шикләнеү булманы. Ил ҡушҡас, ризалаштым. Башта Пенза ҡалаһында әҙерлек курсы үттек. Әрме хеҙмәтендә лә Екатеринбург ҡалаһында элемтәсе булғайным, – тип һөйләне яугир. – Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын даими тоябыҙ, тылыбыҙҙың ныҡлы икәнлеге хаҡында яҡшы беләбеҙ. Ни өсөн хәрби сафта икәнлегебеҙ, өйҙә түҙемһеҙләнеп көткәндәре хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Ә уның өйгә ялға ғына түгел, еңеү менән оҙон-оҙаҡҡа ҡайтыуын ҡатыны Юлиә, ҡыҙҙары Сабина һәм Диана көтә. Сабина – Стәрлебаш ауылындағы 2-се мәктәптең V класс уҡыусыһы. Диана ла ошо уҡ белем усағының III класында уҡый. Ғаилә башлығына иң ҡәҙерле кешеләре менән айырылышыу еңел түгелдер, әлбиттә.
– Алғы һыҙыҡта тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайһың, хатта ваҡыт та башҡа ҡанундар буйынса аға кеүек. Хәүеф-хәтәр янаған мәлдәрҙә егеттәр менән бирешмәйбеҙ. Был ваҡытта хис-тойғо көсәйә, пуляның осоп барғанын ишетәһең, үткерерәк күрәһең, – ти Салауат Рәшит улы.
Ошондай яуҙарҙың береһендә часть командованиеһы күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙға ҡул сәғәте бүләк иткән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуын, яҡындарын һөйөндөрөүен теләйек.
Айһылыу НИЗАМОВА