Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт батальонына - "Урал" машиналары

Хәрбиҙәр уларҙа махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ.

Башҡорт батальонына - "Урал" машиналары
Башҡорт батальонына - "Урал" машиналары

Ошо көндәрҙә М.Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отрядта "Урал" йөк автомобилдәре асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Рәсәй гвардиясыларына 15 "Урал" машинаһы асҡысын тапшырҙы. Хәрбиҙәр уларҙа махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ, техника Салауат Юлаев исемендәге батальонға тапшырыласаҡ.

"Республика Башлығы Радий Фәрит улына ҙур ярҙамы, яугирҙәребеҙгә булышлыҡ итеүгә оло өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерәм", - тине Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Александр Бурдо.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй гвардияһының тәүге доброволецтар батальоны ойошторолдо. Ул хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары башланғысы менән булдырылды һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөтә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в