“Тертләп киттем. Балаҡайым, үҙем атып бәрә яҙҙым даһа, бына саҡ ҡына тәтене ҡыҫаһы ҡалды бит... Ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Фәнис разведканан ҡайтмай тороп башҡаларҙы ла ашатмай инем. Һуңғы "сәйәхәт"енән ҡайтҡас, ҡосағыма килеп һыйынды ла, үлеп ҡорһағым асты, берәй нәмә ашат инде һин миңә, ти. Ашаны ла тағы үҙенең позицияһына йүгерҙе”, – тип һөйләр һуңынан “Бабай”.
“Бабай” менән был юлы күрешеп булманы. Ситкә эшкә киткән, тинеләр. Яҙған булһа, әгәр һөйләргә теләһә, әлбиттә, уның менән дә бер ирҙәрсә әңгәмәләшеп ултырырбыҙ әле, тип өмөт итәм. Үлеп-фәлән китһәм, Әминә балаҡайыма иҫәп асып, киләсәген хәстәрләгеҙ инде, тигән васыятын “Бабай”ға әйтеп ҡуйған Фәнис. Фәриҙә был турала белә, тине Хәлил ағай.
Һөйләшеүҙең ауыр еренә килеп еттек.
– Үлемен нисек ишеттегеҙ? – тимен.
– Нисек тип, интернет... Берсә – тере, берсә – үлгән, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө ләһә. Эйе, туранан-тура яҡташ егеттәр сығыуын сыҡҡандар ине ул... Барыбер ышанманыҡ инде. Пуля муйынынан үтә сығып киткән йә, ярсыҡлы граната шартлап, ярты башы менән ярты ҡулбашы юҡ, тиҙәр. Төрлө хәбәрҙәр булды, ышанманыҡ. Үҙебеҙ күрмәйенсә. – Дуҫы башын ситкә бора, офоҡҡа ҡарай.
Декабрь аҙағынан ярты ай бар Башҡортостан Фәнис менән йәшәне. Яңы йыл осоро булһа ла, Тәтешле геройы онотолманы, уның иҫәнлегенә аяттар уҡылды, барыһы ла унан йылмайыулы сәләм көттө. Социаль селтәрҙәрҙә һәр төркөм, һәр кем уның һаулығы, тереме-юҡмы икәне хаҡында мәғлүмәт бирергә тырышты. Кешесә борсолоусылар, батырҙың яҙмышы менән ысын мәғәнәһендә янып-көйөүселәр күп ине. Әлбиттә, Фәнис исеме менән танылыу, лайк йыйырға ынтылыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Аптырайһы түгел, хәҙер ҡайғы ла, шатлыҡ та һатыла бит, тауыштар, йөрәктәр менән дә, аҡсаға ла...
Оҙаҡ көттөк рәсми мәғлүмәтте, ул ҡайғылы ине. Фәнис ныҡ популяр булып китте, эйе, танылған йырсылар кеүек, уның һәр аҙымы, һәр "йыры" иғтибар үҙәгендә ине. Танылыу буйынса сая егетебеҙ ҡайһы бер йырсыларҙы “хит-парад”та уҙып китте хатта, тик ҡулында гитара урынына – автомат, сәхнә урынына БТР өҫтө ине... Һәр замандың үҙ йырсылары.
– Айҙар, һин алырға барҙыңмы?
– Эйе. Екатеринбург аэропортына “Йөк 200” килеп төштө. Ағас йәшниген емереп, цинк табуттың тәҙрәсегенән ҡарап, Фәнисме-юҡмы икәнен яҡшылап ҡарап, танып, алып ҡайттыҡ. Йәкшәмбе сығып киттек, дүшәмбе ҡайттыҡ, шишәмбе ҡуйҙыҡ.
– Фәнис инеме?
– Эйе, үҙе ине. Оҙаҡ ятҡас, теүәл бер ай бит, ҡурҡҡайныҡ, йөҙө боҙолған, еҫ кергән, тип уйлағайныҡ та, бөтәһе лә һәйбәт ине. Танып була.
Хәлил ағай һүҙгә ҡушыла:
– Аллаға шөкөр, бер тигән ҡайтҡан, йыуғанда иғтибарлап ҡараныҡ. Яурынындағы ГРУ-ның ҡара ябалаҡ эмблемаһы ла, "Наилә" тигән яҙыуы ла үҙ урынында ине...
– Йыуҙыҡ, тиһегеҙме?
– Беҙ уларҙы Өфөлә мәйетханала көтөп торҙоҡ. Шунда уҡ цинк табутты киҫкеләп, мәйетте йыуып, ысын мосолманса кәфенлеккә төрөп алып ҡайттыҡ.
– Яраһын күрҙегеҙ инде, снайпермы?..
– Эйе, йыуғанда ентекләп ҡараныҡ бит. Ташҡа үлсәйем, пуля эйәгенең осонан ғына сыйып үтә лә, шунда сигарет менән яндырған кеүек кенә эҙе бар, муйынынан инеп, һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге аҫтынан килеп сыға мәрхүмдең...
Фәнистең ҡулында ҡатҡан ҡан эҙҙәре була. Күрәһең, үҙе аңғармай ҙа ҡалғандыр, ниндәй серәкәй тешләне тип, эйәк, муйын тирәһен тотҡан булғандыр... һәм күккә баҡҡандыр.
Айҙар әйтеүенсә, шул көндө Фәнистән башҡа уның янында бер юғалтыу ҙа булмай. Позицияла, окопта бер үҙен генә... Барыһы ла иҫән. Янында яҡташтары ла булған. Ул бер ҡасан да башлығын баҫырып кейергә яратмай, баш осонда ғына йөрөтә... Әллә шуға ҡарап? Фәнис өсөн һунар хәтәр барҙы шул. Батырлыҡтарын күрһәтеп, бар донъяға шаулап, фото, видеоларын йыш ҡуйып, үҙебеҙ дошман снайперына “бына ул” тип төртөп күрһәтмәнекме, тип уйланам бөгөн. Уның башына тәүҙә – ете миллион, һуңынан 12 миллион доллар ҡуйғандар, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө бит. Дошмандың бар армияһын мәсхәрәгә ҡалдырған Үлмәҫбайҙың башы бик кәрәк булғандыр уларға. Һунар булғандыр. Быны Фәнис үҙе лә аңлағандыр. Баяғы шул ҡурҡыу белмәҫ һәләтенә ышанғандыр ҙа...
Әллә үлемесле уҡ яңылыш килеп һуғылдымы уға? Фәнис миңә тереләй таныш булмаһа ла, видео-фотолар аша шул тиклем һөймәлекле булып күренде, пуля уны мәңге алмаҫ, ҡояштай яҡты егеткә тейергә оялыр кеүек ине.
– Беҙ ҙә шулай уйлағайныҡ, – тип ҡуйҙы Хәлил ағай. – Әжәл әшәке, мәрхәмәтһеҙ шул...
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында, “Йәшлек”тә эшләгән осорҙа, Ҡариҙел районында командировкала 105 йәшлек бабай (исемен онотҡанмын, гәзит төплмәһенән ҡарап алырға кәрәк) менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның Әжәл хаҡындағы бер фекере. Сыуаҡ ҡояшлы көн ине. Тәпәш кенә өйҙә икәү һөйләшеп ултырабыҙ, ҡарт һәм мин. Өҫтәлдә – икмәк, май, тәҙрәнән ҡояш баға. Сәйнүктә һыу ҡайнаған моңло ғына тауыш. Янымда сал сәсле, ағарған мыйыҡлы һәм һәр һыры, йыйырсығы йылмайып, йырлап торған алсаҡ йөҙлө быуат менән тиңдәш бабай. Уның бар ҡыланышы, һөйләшеүе, хәрәкәте, йылмайыуы... һис тә туҡтатҡы килмәгән, мәңге тыңлап туймаҫ бер моң кеүек. Ул миңә сәй яһай. Мине бабай түгел, Быуат үҙе тәмле һый менән һыйлай.
– Ун һигеҙенсе йылдың йәйге ошондай аяҙ көнөндә (үткән быуат инде) өйөбөҙҙөң ишек алдында ҡыҙылдар командиры йығып һалып сыбыртҡыһы менән ярҙы. Уларҙың отрядына ҡушылмаған өсөн, – тип һөйләне 105 йәшлек ҡарт. – Саңланып бөткән битемә наганын терәне шунан. Әсәйем мөлдөрәп ҡарай, ауылдаштар ах итеп тора. Атам, тип тәтегә баҫырға ғына ҡалғанда, ауылдың икенсе осонда шау-шыу ҡупты. Былар барыһы ла йәһәт кенә атҡа атланды ла шул яҡҡа саптылар. Ни тере, ни үле ятып ҡалдым... Тәтегә баҫып өлгөрә ине. Баҫманы. Үлем һуңынан да һәр ерҙә һәр саҡ һағаланы. Тик... минең әжәлем башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда миһырбанлыраҡтыр, күрәһең. Шуға ғүмерем оҙо-он булды.
Ана нисек, әжәлдең дә төрлөһө бар. Миһырбанлы әжәл. Ә 24 йәшлек Фәнистең әжәле күңелдә яра, һулҡылдауҙан туҡтамаҫ яра булып ҡалды. Бер үк ваҡытта әшәке һәм мәғәнәһеҙ ҙә, икенсе яҡтан, ил өсөн барған яуҙа мәңге данға күмер ҙә үлем. Фәнис кеүек донъяны, илеңде, тыуған ереңде яратып, йылмайып-көлөп йәшәр өсөн бер ғүмер етмәйҙер ҙә ул.
“Бәйләнештә”ге битендә 15 йәшлек Фәнис-үҫмерҙең яҙып ҡуйған тағы ике фекерен теркәйем әле ошо мәлдә:
“ – Брат.
– Әү.
– Бөгөн мин һуңғы көн йәшәйем, тиһәм, һин нимә тип яуап бирерһең икән?
– Иртәгә күрешербеҙ... күктәрҙә, брат!”
“Не в наших планах жить вечно – в наших планах жить достойно!”
Үҫмер сағынан алып бар күңеле, йөрәге менән, әйтерһең, ошо яуға, ошо данға, ошо ҡанлы үлемгә әҙерләнгән кеүек тә булып китә.
Хәлил ағайҙың тауышы һиҫкәндереп ебәрә:
– Нәфрәтле, ҡурҡытыу хаттары уның “Бәйләнештә”ге битендә лә күп булды. Беҙ һине табасаҡбыҙ, тип ҡурҡыттылар һәр саҡ. Теге яҡ декабрь уртаһында уҡ, “русский терминатор уничтожен”, тип һөйөнөп яҙып сыҡты. Дошмандар уны терминатор тип йөрөткән. Терминатор тип әйтерлеге инде, сираҡ кеүек малай ул, 50-60 кило тартамы шунда, көлкө инде, тик йөрәге 10 терминаторға торошло...
Фәнистең бер видеоһы бар. Яу барышында еңелсә йылмайып ултыра. Яҡында ғына нимәгәлер шап итеп пуля килеп тейә. Ҡурҡыныс. Фәнис тыныс ҡына, иҫән ҡайтһам, башҡаса бармам инде, тип үҙен видеоға төшөрә...
Шул хаҡта иҫенә төшөрәм Айҙарҙың.
– Эйе, ҡайтҡас, булмай, бармамдыр, тигән кеүек һөйләнде. Мобилизация башланғас, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы йыйғас, был егеттәрҙе ташлап нисек бында ҡалам инде мин, тине лә уларға терәк булып китте.
Айҙарҙы бүлдереп, Хәлил ағай һүҙгә ҡушылды:
– Өҫтәл янында ултырғанда, Хәлил абый, был юлы ҡайта алмам инде, ти. Ауыҙыңа һуғырмын, юҡты һөйләйһең, тинем. Бер аҙ тынысланғас, әйҙә военкоматҡа барабыҙ, һөйләшәбеҙ, бер тапҡыр барып ҡайттың бит инде, бурысыңды үтәнең, үҙеңде күрһәттең, тинем. Яҡташтарҙы ҡарарға кәрәк, ауыҙ асып, ас йөрөмәһендәр өсөн юлын өйрәтергә, тегеләр берәм-берәм сүпләп атып бөтөрмәһендәр өсөн әҙерәк һуғышырға өйрәтергә кәрәк, тип йылмайҙы. “Мин бармаһам...” Шулай тип китте. Улар миңә ышанып бара, тине.
Мобилизация башланғас, Фәнистең өйөнә кәңәш-төңәш итергә егеттәр күп килә. Һорашалар, ни эшләргә, нимәләр алырға кәрәк... Ғәҙәттәгесә, Фәнис уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә ашыға. Бәлки, ҡайһы берҙәрен йәлләп тә ҡуйғандыр, ысын батыр бер ҡараштан кем менән яуға инеп, кемгә иң терәп була, ә кемде яҡларға, өйрәтергә кәрәк... Шунан яңынан ҡулына ҡорал алыу уйы килгәндер ҙә.
– Ул ысын патриот ине. Был буш һүҙ түгел, ысынлап та, ысын патриот ине, – Айҙар дуҫы хаҡында шулай тип ҡуйҙы.
Фәнистең баш етмәҫ батырлыҡтары хаҡында бар ғәм белә. Башҡортостан үҙ улы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана, һоҡлана, тик уға һаман да Рәсәй Геройы исеме рәсми бирелмәгән.
– Ни өсөн һаман да Герой исеме бирмәйҙәр икән егетебеҙгә? – тип һорайым.
Айҙар:
– Судимость булған өсөн, тиҙәр. Военкомат миңә шулай тип аңлатты. Мәғәнәһеҙ шуҡлыҡтары өсөн йыл ярым ултырып сыҡты инде ул. Мөҙҙәте күберәк ине шикелле, иртәрәк сығарҙылар. Ҡайтҡас та, Фәтҡулловичҡа килеп, мине ебәр әле, тине.
– Ҡайҙа? Аңламайым.
– Алда әйттем бит, мин полицияла эшләгәс, бар арыу егеттәр миңә килә ине, тип, – Хәлил Фәтҡулла улы көлөмһөрәп яуаплай. – Рәшәткә артынан шартлы рәүештә һәм мөҙҙәтенән алда сыҡҡас, уға аҙна һайын милицияға барып теркәлергә кәрәк ине. “Хәлил абый, мин ситкә эшкә китһәм, һин мине ҡаплай алаһыңмы”, – тине. СВО-ға юлланыуҙы егеттәр үҙ-ара “ситкә эшкә китеү” тип йөрөтә. Ысын хәбәрҙе күптәрҙән, бигерәк тә ата-әсәләрҙән шулай йәшерер өсөн. “Уйлама, уныһы минең эш, иҫән йөрө, матур йөрө”, – тип икмәк ҡаптырып оҙаттыҡ.
- Мөнир ҠУНАФИН