-11 °С
Болотло
Был хаҡта Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан Илмир махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас, һөйгәненә тәҡдим яһаған. 16 майҙа ғашиҡтар никахтарын рәсми рәүештә теркәгән.
Яңы өйләнешеүселәргә ғаилә бәхете, мөхәббәт һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Ҡотлайбыҙ! Бәхетле булығыҙ!" - тип яҙған район башлығы.
Фото: Вилдан Ситдиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.