Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Яугир-йырсы ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны!

"Атай йорто - тормош ҡото икән!.."

Яугир-йырсы ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны!
Яугир-йырсы ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны!

Билдәле булыуынса, өлөшләтә мобилизация башланғандың тәүге көндәрендә үк Сибай концерт-театр берекмәһенән бер төркөм артистар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғайны. Әле улар сиратлап ике аҙналыҡ ялға ҡайта.

Ошо көндәрҙә "Башҡорт йыры-2020" телевизион йыр конкурсында Гран-при яулаған Әлфир Заманов та тыуған яғына ял итергә ҡайтты.

Кисә Баймаҡ районының Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда Сибай артистары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Тамашаның иң тулҡынландырғыс мәле, моғайын, Әлфир Замановтың сәхнәгә күтәрелеп, "Атай йорто"н йырлауы, артабан башҡорт халыҡ йыры "Сибай"ҙы башҡарыуы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың "Күсейҙәр" шиғырын һөйләүе булғандыр. Ауылдаштары Әлфир Вәфүр улын аяғүрә баҫып алҡыштарға күмде.

Артабан уны мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов, ауылдың имам-хатибы Хафиз Баймөхәмәтов тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Яратҡан йырсыбыҙҙың тыуған яғына имен-һау ҡайтыуына беҙ ҙә бик шатбыҙ!

Фото һәм видео: Күсей ауылының "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в