Илебеҙҙә мобилизация иғлан ителеү менән бер төркөм Сибай ҡалаһы артистары махсус хәрби операция биләмәһенә китте. Әле Владимир Путиндың ҡарары буйынса мобилизацияланған яугирҙәр тыуған яғына ике аҙналыҡ ялға ҡайта.
Кисә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы коллективы мобилизацияланған сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтүринде оркестр менән ҡаршы алды. Ул былтыр сентябрҙә Сибай театр-концерт берләшмәһе артистары менән бергә махсус хәрби операцияға алынғайны. Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе итеп тә тәғәйенләнде.
«Махсус операцияға татыу команда булып барабыҙ, яратҡан йырҙарыбыҙҙы йырлайбыҙ. Бер кем дә борсолмай, барыһы ла тыныс. Беҙҙең девиз: «Дәүер беҙҙе һайланы», – тип белдергәйне ул саҡта Замир Йәнтүрин.
Видео: БЮТ төркөмөнән.