Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Май 2023, 10:00

"Улым, орденыңды үҙең алһаң ине..."

Херсон өлкәһендә уның менән бергә булған яҡташы "Гора" яугирҙең нисек һәләк булғаны хаҡында һөйләй ала...

"Улым, орденыңды үҙең алһаң ине..."
"Улым, орденыңды үҙең алһаң ине..."

Яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Салауат районынан Мәҡсүт Халджановтың әсәһенә улының Батырлыҡ орденын тапшырҙылар.

"Фирүзә Миңләхмәт ҡыҙына тыуған еренең ысын патриотын тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт. Мәҡсүт тәүгеләрҙән булып Тыуған ил саҡырыуына яуап бирҙе", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район башлығы Марс Кашапов.

Мөрсәлим мәктәбен тамамлағандан һуң, 2005 йылда Мәҡсүт Халджанов Силәбе өлкәһендәге Йүрүҙән ҡалаһының 21-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Армия хеҙмәтен Мәскәү өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә үтә.

Махсус хәрби операция башланғас, Мәҡсүт унда барырға ҡарар итә. «Барам, егеттәргә ярҙам итәм», - ти ул. Һөҙөмтәлә 2022 йылдың 8 авгусында юлға сыға. Бер алышта уның ғүмере өҙөлә... Контракт хеҙмәтендәге кесе сержант 2022 йылдың 20 сентябрендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була. 

Уның Батырлыҡ орденын ҡабул итеп алған әсәһе Фирүзә Миңләхмәт ҡыҙы: "Улым, ордендарыңды үҙең алһаң ине... Миңә бик ауыр..." - ти. Комментарийҙарҙа Мәҡсүт тураһында "тәүәккәл, һәйбәт егет ине. Херсон өлкәһендә уның менән бергә булған яҡташы "Гора" яугир ғүмеренең һуңғы минуттары тураһында һөйләй ала" тип яҙалар. 

Әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: https://vk.com/public63603387

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: