Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө, Артур Хәсәновтан хәбәр бар!

"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ үҙенә иптәшкә "ҡыҙ" тапҡан.

Һөйөнсө, Артур Хәсәновтан хәбәр бар!
Һөйөнсө, Артур Хәсәновтан хәбәр бар!

Тыумышы менән Илеш районынан булған, һуңынан Дүртөйлөлә йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йырсы Артур Хәсәнов яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткәйне. Шунан һуң унан хәбәр ишетелмәгәс, халыҡ түҙмәй ҡыҙыҡһына башланы. Бына, ниһайәт, ул тауыш бирҙе.

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта уның дүрт аяҡлы дуҫы барлыҡҡа килеүен хәбәр иткән. Бәләкәй генә бесәй балаһына Туся тип исем ҡушҡандар. Артур уның фотоларын баҫтырып, "беҙҙең хәрби дуҫыбыҙ Туся. Лайктар ҡуйып, дәртләндерегеҙ әле уны", тип яҙған. Йырсы шулай уҡ Тусяның үҙенең сәхифәһен асыу-асмау тураһында белешеп һораулама ҡуйған. 

Тимәк, халыҡ ыңғай яуап бирһә, Туся менән дә, Артур менән дә йышыраҡ аралашыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Фото: Артур Хәсәнов, https://vk.com/tatarchamusic

Һөйөнсө, Артур Хәсәновтан хәбәр бар!
Һөйөнсө, Артур Хәсәновтан хәбәр бар!
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в