Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Күршемдең яңы тыуған сабыйы атайһыҙ ҡалды

13 майҙа Брянск өлкәһендә бәреп төшөрөлгән вертолеттың пилоты беҙҙең урамдан тигәстәр, бик ауыр булғайны...

Күршемдең яңы тыуған сабыйы атайһыҙ ҡалды
Күршемдең яңы тыуған сабыйы атайһыҙ ҡалды

Беҙ элекке хәрби ҡаласыҡта йәшәйбеҙ, күп кеше бер-береһен яҡшы белә - туҡталышта ла, магазиндарҙа ла һаулыҡ һорашалар, өлкәндәргә, ағай-апай, тип өндәшәләр. Хәҙер, әлбиттә, ситтән күсеп килгәндәр күбәйҙе, шулай ҙа "оло гвардия" вәкилдәре бар әле. 

13 майҙа Брянск өлкәһендә заданиенан ҡайтып барған беҙҙең ике самолетты, ике вертолетты бәреп төшөргәстәр, ундағы бөтәһе лә - туғыҙ кеше һәләк булды, тигәйнеләр. Күп тә үтмәй, бер Ми-8 вертолетының командиры ҡаршы йортта йәшәгән осоусы булғанын ишеттем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Сергей Таран 2011 йылда Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһын тамамлап, пилот булып хеҙмәт иткәйне. Уға 34 йәш ине.

Күршемдең оло йәштәге ата-әсәһе һәм яңы тыуған сабыйы менән ҡатыны ҡалды. Яңыраҡ ҡына ул Өфөлә ялда булып, уларҙы бала табыу йортонан барып алғайны.

Сергейҙың ауыр тупрағы еңел булһын, яҡындарына сабырлыҡ, сабыйҙы имен-һау үҫтереүҙәрен теләйем.

Фото: Сергей Тарандың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в