Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды

Улар ике аҙналыҡ ялға ҡайтты

Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ике аҙналыҡ отпускыға ҡайта башланы. 

Баймаҡтар ҙа үҙҙәренең батыр улдарын ҡаршы алыуҙы дауам итә. Бөгөн бер төркөм яугирҙәр Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк майҙанына килеп туҡтау менән уларҙы яҡындары һәм дуҫтары ҡаршы алды. Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң яугирҙәр һәр береһе үҙҙәренең тыуған ауылдарына ашыҡты.

Күсей ауылы халҡы ла  был шатлыҡлы хәбәрҙән ситтә ҡалманы, яу биләмәһенән ҡайтҡан ауылдаш егетте ҡаршы алырға сыҡты. Балалар шар, сәскәләр тотоп, ә ҡатын-ҡыҙҙар сәләмләп йыр менән сәләмләгән.
"Бындай осрашыуҙар йыш булһын,һуғыш тамамланып ир-егеттәребеҙ имен -һау Тыуған ерҙәренә тиҙерәк ҡайтып төшһөндәр,"- ти күсейҙәр.

Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән һәм "Күсей мәҙәниәт йорто" төркөмөнән.

Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Баймаҡтар ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в