Күптән түгел Бөрйән Әбделмәмбәт ауылынан Ривал Юлмөхәмәтовтың махсус хәрби операцияға киткәндәр өсөн картуф сәсеүе хаҡында яҙғайныҡ. Был юлы Көйөргәҙе районы Михайловка ауылы халҡы ла яугирҙәр хаҡына изге эш башҡарған.
Был хаҡта "Юшатыр" гәзите хәбәр итә.
"Михайловка ауылынан 10 егет яуҙа йөрөй. Бәләкәй генә ауыл өсөн күп һан был. Тулайым алғанда, Көйөргәҙе районынан "тегендә" һуғышҡандар байтаҡ. Бында осраҡта, әлбиттә, район халҡы ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Әлеге Михайловка ауылынан Анастасия Константинованы ғына алғанда ла, түшенә күптән миҙал тағырлыҡ ҡыҙ. Үҙе педагог һөнәренә уҡыған булһа ла, фермер ул, тракторсы һөнәрен үҙләштергән.