Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бер әсәнең ике улы...

Абдувәли һәм Алижон - ағалы-ҡусты ғына түгел, улар - ысын геройҙар

Бер әсәнең ике улы...
Бер әсәнең ике улы...
Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә батырлыҡтары менән дә һоҡландыра! Яңауылдан ағалы-ҡустылы бер туғандар махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм күптән түгел ҙур батырлыҡ күрһәтә. Был хаҡта Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. 

«Егеттәрҙең өлкәне Абдувәли уҙған йылдың майынан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яраланған иптәшен ҡотҡарғанда үҙе ҡаты яраланған һәм ике операция кисергән. Тиҙҙән тағы бер операция көтөлә. Яҡташыбыҙҙың батырлығы Суворов миҙалы һәм IV дәрәжә Георгий тәреһе менән билдәләнгән.

Уның ҡустыһы Алижон махсус хәрби операция башланғансы Алкин ауылы часында хеҙмәт иткән, унда ефрейтор дәрәжәһен алған. Хеҙмәтен тултырғас та, контракт төҙөй. Хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа Жуков, «Хәрби хеҙмәте өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн», «Инженер тәьминәте бурыстарын үтәгәндә тырышлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Уларҙың әсәһе Гөлнара Ғәзнәүи ҡыҙы үҙенең улдары менән ғорурлана. Абдулвәли менән Алижонды ысын ир-егет итеп тәрбиәләгән. Һәр тыныс көнөбөҙ артында әрмелә хеҙмәт итеүселәрҙең һәм илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ауыр хеҙмәте тороуын онотмаһаҡ ине», — тип яҙған Илшат Вәзиғәтов.

Афарин, Яңауылдың батыр егеттәре!

Фото һәм текст сығанағы: Илшат Вәзиғәтовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в