Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Мин һалдаттар әҙерләп кенә ята алмайым”

"Улым ут эсендә йөрөгәс, йөрәккә ауыр инде. Әсәй кеше барыбер ҡайғыра..."

“Мин һалдаттар әҙерләп кенә ята алмайым”
“Мин һалдаттар әҙерләп кенә ята алмайым”

Ошо минуттарҙа меңәрләгән яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла яңынан баш ҡалҡытҡан нацистарға ҡаршы көрәшә. Улар араһында үҙ теләге менән ирекмән булып киткән яугирҙәр ҙә бик күп. “Һеҙ ниңә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ?” – тип уларҙың күптәренә һорау биргәнебеҙ булды. “Тыуған илебеҙҙе яҡларға”, “Үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итергә кәрәк”, “Унда беҙҙе көтәләр” тигән яуаптар ишетергә тура килде.

Ысынлап та, ир-егеттәрҙең фекерләүе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан күпкә айырыла. Уларҙа яугирлек рухы көслө, үлемдән дә ҡурҡмайҙар һәм еңеп ҡайтырҙарына ныҡлы ышаналар. Ир-егеттәрҙең ошондай күтәренке кәйефтә булыуына тылдағы ҡараш, һәр кемдең ярҙам итергә әҙер тороуы ла көс өҫтәйҙер инде.

Улдарын яуға оҙатҡан әсәйҙәр ниндәй уйҙар кисереүен белеү маҡсатында Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында йәшәгән 11 бала әсәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре үҙҙәренең комитетын етәксеһе, район Советы депутаты, йәмәғәт эшмәкәрлеге, ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнгән Резида Ильясова менән аралаштыҡ. Уның икенсе улы әлеге мәлдә махсус операцияла ҡатнаша.

“Кино” ҡушаматы менән йөрөгән егеткә әле 26 йәш. Ул Саҡмағош ауылындағы 1-се мәктәпте тамамлағас, Бөрө кооператив техникумында уҡый. 18 йәше тулғас, хәрби хеҙмәткә алалар. Армиянан ҡайтҡас, һайлаған һөнәре буйынса үҙен һынап ҡараған, таяу-хәрәкәт аппаратын реабилитациялау буйынса инструктурға уҡып сығып, эшләп ҡараған, әммә оҡшатмаған. Ә инде 2018 йылда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алынған.

– Улым беҙгә: “Хәрби тормош минеке”, – тине һәм үҙ теләге буйынса армиға китте. 2021 йылда ул Тажикистандың Дүшәнбе ҡалаһында хеҙмәт ите. Тәүҙә сержант булды, һуңынан командир урынбаҫары. Мәскәү юғары команда училищеһында әҙерлек үткәс, лейтенант званиеһын алды, әле командир булып хеҙмәт итә.

 2022 йылда Украинала махсус хәрби операция башланғас. Һамарҙа яуға киткән ирекмәндәрҙе әҙерләй ине. Бер мәл ул: “Мин һалдаттар әҙерләп кенә бында ята алмайым”, – тип 2022 йылдың июнендә үҙе әҙерләгән  партияның береһе менән алғы һыҙыҡҡа китте, – тип уртаҡлашты Резида Зәкәриә ҡыҙы.

“Кино” август айында ялға ҡайтып китә. Ошо уҡ йылдың декабрендә яралана, гсопиталдә дауалана. Күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ була. Яралары уңалп бөтмәһә лә: “Тыныс тормошҡа сыҡҡас, яраларҙы дауаларбыҙ, ле үҙ аяғымда йөрөйөм бит”, – тип тағы ла фронтҡа юллана.

– “Мин унда кәрәкмен, улар минһеҙ нимә эшләр!?” – тип хеҙмәттәштәрен уйлап, ул яңынан китте. Үҙем дә “Берҙәм Рәсәй” партияһы линияһы буйынса ситуация үҙәгендә шәфҡәт туташы курстарын үттем. Кәрәк булһа, үҙем дә яуға китергә әҙермен. Беҙҙең өйҙә был мәсьәләгә етди ҡарайҙар. Улым махсус операцияға барырға ҡарар иткәс, беҙ “ҡал” тип өгөтләмәнек, ҡасып ултырып булмай бит. Бер теләк инде – улдарыбыҙ иҫән-һау йөрөһөн.  Улым иһә беҙгә: “Минең өсөн генә түгел, ә минең һалдаттарым өсөн дә доға ҡылығыҙ”, ти. Һуғышты күргән олшо быуын вәкилдәре лә: “Беҙ уларға ышанабыҙ, тик улар Ватанды яҡлай аласаҡ”, тип бит.

Минең ете улым бар. Иң өлкәне медицина хеҙмәткәре, улда яуға китергә теләк белдергәйне, әммә уны эшенән ебәрмәнеләр. “Кино” ҡушаматы аҫтында йөрөгән улым – махсус хәрби операцияла бит инде. Өсөнсө улым студент, көндөҙгө бүлектә уҡый. Ул да “әгәр кәрәк булһа, барам” ти. Ҡалған дүртеһе бәлиғ булмағандар: XI, IX, V кластарҙа уҡыйҙар һәм иң бәләкейенә биш йәш,  – ти әсә.

Резида Ильясова белдереүенсә, улдары махсус хәрби операцияла булған һәр әсә балаһының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй, ә юғалтҡандары иһә балалары тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлап ҡалырға тырыша. ”Шуға иғтибар иттем, балаларын юғалтһалар ҙа, улар дәүләтте ғәйепләмәй. Яраларын баҫыр өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итергә ынтылып торалар. Беҙҙең комитет та уларға психологик һәм юридик ярҙам күрһәтергә тырыша. Һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатлы ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуябыҙ”, – ти ул.

– Әлбиттә, улым ут эсендә йөрөгәс, йөрәккә ауыр инде. Әсәй кеше барыбер ҡайғыра. Ас-яланғас булһалар ҙа, ауыр булһа ла, түҙһендәр, тип теләйбеҙ. "Әсирлеккә эләкмәҫкә тырыш”, – тип улымды оҙаттым. Ул туғандарын, беҙҙе ныҡ ярата. Бер ғаилә – бер бармаҡ кеүек, татыубыҙ, беҙҙе ҡыуандырып, иҫән-һау ҡайтһын тип теләйбеҙ”, – ти әсә.

Ватан яҡларға баҫҡан яугирҙәрҙең, илһөйәрҙәрҙең еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, ә инде уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына – сабырлыҡ.

Фото: Резида Ильясованың ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в