Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Май 2023, 23:00

"Башҡаса мөмкин түгел..."

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир нимә тип белдергән?

"Башҡаса мөмкин түгел..."
"Башҡаса мөмкин түгел..."

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында яҙыуҙы дауам итәбеҙ.

Балаҡатай районы егете Вадим М. – А. Доставалов исемендәге батальон составында уҙған йылдың авгусынан махсус хәрби операцияла. Яҡташыбыҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Күптән түгел ул тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайтҡан.

Ошонан файҙаланып, район хакимиәте башлығы яугир менән осрашыу үткәргән, хәрби хеҙмәт, уның үҙенсәлектәре тураһында алғы сафтағы һалдаттың үҙенән белгән.

"Отпускка тиклем өлкән уҡсы вазифаһын башҡарҙым, хәҙер механик-водитель итеп күсерҙеләр”, – тип һөйләгән Вадим.

Ни өсөн үҙ теләге менән һуғышҡа барырға ҡарар иткәнен һорағас, яугир: “Аңлатып бирә алмаҫмын, моғайын. Үҙем өсөн шулай дөрөҫ булыр тип хәл иттем, башҡаса мөмкин түгел”, – тигән.

Вадим битараф булмаған барлыҡ яҡташтарына терәк булғандары, ярҙам күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдергән.

“Беҙҙең мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” - тигән һалдат.

Тиҙҙән Вадим хеҙмәттәштәре янына бара. Беҙ яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, уның һәм барлыҡ яугирҙәрҙең иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!

Сығанаҡ: vk.com/belokatayski

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: